Мәҫәлән, элек ауылда эшләп, әле ҡалала йәшәгән Таймас ағай һәм Таңһылыу апай Мирасовтар. "Яңы Башлыҡ лайыҡлы кеше булһын, йәшәтргә күберәк иғтибар бирһен. Үҙебеҙ тормоштан ҡәнәғәтбеҙ, ә бына йәштәргә - эш, торлаҡ алыуҙа ярҙам кәрәк", - ти улар.
Тап бында, беренселәрҙән булып, тауыш бирергә район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов та килде. "Бер һайлауҙы ла ҡалдырмайым. Бар яҡташтарға уйлап эш итергә кәрәк", - ти Руслан Ғәлийән улы.