“Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында һүҙебеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был йәһәттән бер нисә йүнәлеш өҫтәмә эшләүҙе талап итә. “Профилле министрлыҡтар, ведомстволар ҡуйылған бурыстарҙы хәл итеүгә әүҙем ҡушылырға тейеш”, – тине республика етәксеһе.
Һүҙ тармаҡты һанлаштырыу, законһыҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы көрәш, “Домокомплект” программаһын тормошҡа ашырыу, өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү тураһында бара.
Республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын 2024 йылға тиклем финанслау күләме 2,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был сумманың 900 миллион һумы – федераль бюджеттан. Быйыл Башҡортостан 163 миллион һум алып, Волга буйы федераль округында лидерҙар рәтенә ингән.
Бөгөнгө күрһәткестәргә килгәндә, урмандарҙы тергеҙеү 8,4 мең гектар майҙанда башҡарылған, был – йыллыҡ пландың алтмыш проценттан ашыуы.
Быйыл августа Рәсәй урман хужалығы тарафынан урман янғындары техникаһы алыуға 34,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Һатып алыу процедураһы башланған, килтереү ноябрь аҙағында көтөлә. Быйыл барлығы 38 берәмек урман хужалығы һәм урман янғындары техникаһы, шулай уҡ 71 берәмек ҡорамал, инвентарь алынасаҡ. Автопаркты яңыртыу тармаҡ эшмәкәрлеге сифатын күтәреүгә, йәшеллекте һаҡлауға, тергеҙеү майҙандарын киңәйтеүгә булышлыҡ итәсәк.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан