Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
13 Сентября 2019, 05:30

Яңы технология ҡулланыласаҡ

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө яҡлы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар, һәм был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө яҡлы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар, һәм был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирә.
Мәҫәлән, Учалы ҡалаһында ла, милли проект сиктәрендә, 25 сентябрҙән «Белорет-Учалы-Мейәс» (Шартымка ауылы янында) трассаһының 126-сы километры ремонтлана башлаясаҡ. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 10 км юлды капиталь төҙөкләндереү планлаштырыла. Эштәрҙе быйыл башлап, 2020 йылда тамамлау күҙ уңында тотола. Юл белгестәре хәбәр итеүенсә, юлдар һалҡын ресайклинг тигән яңы технология ҡулланып ремонтланасаҡ икән.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас