“Демография” милли проекты, белеүебеҙсә, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән. Нәҡ шул маҡсатта был проект йәш ғаиләләрҙе тәүге көндәрҙән үк ҡурсалауҙы, түбән ставкалы ипотека ярҙамында торлаҡ алырға ярҙам итеүҙе, әгәр түлһеҙ булһалар, дәүләт иҫәбенә ЭКО процедураларын үткәреүҙе, балалар баҡсаларын күпләп төҙөүҙе үҙ эсенә алған.
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, 2018 йылдың тәүге ярты йылында мең яңы ғаиләгә 705 айырылышыу тура килһә, быйыл ғинуар-июлдә яңы теркәлгән мең никахҡа – ун ике процентҡа кәмерәк, йәғни 621 ғаиләнең тарҡалыу осрағы иҫәпкә алынған.
Социологтар был күрһәткестәрҙе былай тип аңлата: дәүләт сәйәсәте – (“Демография” милли проекты) ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән. Беҙ шуның һөҙөмтәләрен аныҡ күрәбеҙ.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан