Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
15 Сентября 2019, 06:18

Эш һәр яҡлап көсәйтелде

“Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йәшә урман!” Бөтә Рәсәй акцияһына учалылар ҙа дәррәү ҡушылды. Ошо һәм республика кимәлендәге "Йәшел Башҡортостан"акцияһы сиктәрендә байтаҡ эштәр эшләнә. Ураҙ, Сәфәр, Илсе, Мансур, Учалы ауыл ултыраҡтарында аллеялар ултыртыла - урман хужалығы мышар, ҡарағай үҫентеләре менән тәьмин итә.

“Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Йәшә урман!” Бөтә Рәсәй акцияһына учалылар ҙа дәррәү ҡушылды. Ошо һәм республика кимәлендәге "Йәшел Башҡортостан"акцияһы сиктәрендә байтаҡ эштәр эшләнә. Ураҙ, Сәфәр, Илсе, Мансур, Учалы ауыл ултыраҡтарында аллеялар ултыртыла - урман хужалығы мышар, ҡарағай үҫентеләре менән тәьмин итә. Әйткәндәй, предприятиеның питомнигында ултыраҡтарҙы йәшелләндереү өсөн пирамидаль тирәк, зәңгәр шыршы, мышар үрсетеү менән дә шөғөлләнәләр. Акция барышында урман белгестәре мәктәптәрҙә аңлатыу эштәре лә алып бара. Диләнкәләрҙе таҙартыу эше лә көсәйтелә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас