Ошо көндәрҙә район хакимиә йортоң бултенең ҙур залында “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһы сиктәрендә тантаналы рәүештә 19 йәш ғаиләгә торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Һөйгән йәрең менән ҡыуышта ла ожмах тиһәләр ҙә, хәҙерге заман өсөн был әйтем актуаль түгел. Йәшәргә урын булмау - йәш ғаиләләрҙең башын ауырттырған төп проблемаларҙың береһе. Күптәрҙең фатир, шәхси йорт, ер участкаһы һатып алырға аҡсалары етмәй, ә ғаилә ишәйә, балалар тәрбиәләр өсөн үҙ нигеҙең кәрәк. Ипотека алыуҙың юғары проценттары, оҙайлы йылдарға һуҙылған түләүҙәр ҡурҡыта. Әммә барыһы ла шулай уҡ өмөтһөҙмө?
- Торлаҡ - ғаилә тормошоноң ныҡлы нигеҙе. Үҙ йортоң булыуы бәхетле, матур йәшәү өсөн тәү шарт, минеңсә. Үҙ нигеҙҙәрегеҙҙә бәхетле тормош көтөгөҙ, балалар үҫтерегеҙ. Район хакимиәте, үҙ сиратында, йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Ошо программа сиктәрендә һуңғы өс йыл эсендә генә 81 ғаилә бөтәһе 50 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алды, - тип сертификаттар тапшырҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов.
Аҡса федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан бүленгән. Дөйөм сумма - 22 миллион һум, шул иҫәптән урындағы бюджеттан 1,4 млн һум. Шулай уҡ районыбыҙҙа “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы уңышлы ғәмәлгә ашырыла - был маҡсатта 13 ғаиләгә бөтәһе 11, 7 миллион һум аҡса бүленгән.
Сертификат алыусылар исеменән Амановтар ғаиләһе шәп бүләк яһағандары өсөн республика хөкүмәтенә, район етәкселегенә рәхмәттәрен еткерҙеләр, изге теләктәрен юлланылар. Учалы филармонияһы артистары йәш ғаиләләргә концерт номерҙары бүләк итте.
Сертификат алыу - өс бала үҫтергән Илдар һәм Әлиә Амановтар ғаиләһе өсөн әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур ярҙам. Улар дәүләт ярҙамын 11 йыл көткәндәр. Ниәттәре, ниһайәт, тормошҡа ашты. Дәүләт ярҙамына торлаҡ шарттарын яҡшыртырға уйлайҙар.
Амановтар - башҡа йәш ғаиләләргә өлгө булырҙай татыу, берҙәм ғаилә.
Ғаилә башлығы бала сағынан спорт менән дуҫ. Мейәс приискыһында эшләп йөрөй, Әлиә уҡытыусы һөнәрҽн үҙ иткән, буш ваҡыттарында бәйләм эштәре мҽнән булыша, аш-һыуға ла ҡулы оҫта. Айназ улдарына 11 йәш, 5-се класта белем ала. 5 йәшенән үк “Генерал Игзаков” бейеүе менән киноға төшкән, 2015 йылда ҡытай делегацияһын ҡаршы алған хатта. “Байыҡ” конкурсында ла ҡатнашып өлгөргән, район кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа тик алдынғы урындарҙы ғына яулай икән. Уртансы ҡыҙҙары Лиана ла бейеүгә маһир, ағаһы менән “Уралтау” йыр-бейеү ансамбленә йөрөй. Кинйәләре лә зирәк, уңған ҡыҙыҡай.
-Ғаиләбеҙ менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашабыҙ: 2015 йылда уҙғарылған
зональ “Йәш ғаилә” конкурсында - Гран-при, 2017 йылда ҡала-район кимәлендә үткән “Йәш ғаилә - спорт һөйөүсе ғаилә” номинацияһында билдәләнәләр.
Ибәтуллиндар ғаиләһе был бәхетле мәлде 12 йыл көткәндәр. Сертификат алырға 7, 4 һәм 1,5 йәшлек балалары менән килгәндәр. Ғаилә башлығы Урал Фәнил улы бәйән итеүенсә, аҡсаға фатирҙарын киңәйтергә ниәт итәләр.
Исламовтар ғаиләһе лә 1 миллион 145 мең һумлыҡ сертификатлы булдылар. Улар өс малай тәрбиәләйҙәр: иң өлкәндәре Димгә - 14, уртансылары Рәмилгә - 9, бәләкәстәре Радимға 6 ай. Ғаилә башлығы тау-металлургия комбинатында эшләй, Альбина балалар баҡсаһында тәрбиәсе була, әле декрет ялында.
Ғаилә дәүләт ярҙамын алыуға сиратҡа 2007 йылда тора.
-Программаға торған саҡта сираттың ҙур булыуы хафаға һалды. Шулай ҙа ошо ярҙам менән файҙаланыусы ғаиләләрҙе күреп-белеп йөрөй инек, башҡаларға булғас, беҙ ҙә ситтә ҡалмаҫбыҙ, тип ышандыҡ. Быға тиклем ипотекаға ике бүлмәле фатир алған инек, сертификатҡа Бурансы микрорайонынан өй ҡарағанбыҙ. Аллаһ бойорһа, беҙ ҙә шәхси йортло булырбыҙ, тип торабыҙ.
“Өйө барҙың - көйө бар”, ти халыҡ мәҡәле. Заман ҡаршылыҡтарынан ҡурҡмайынса үҙ бәхетенә табан атлаған, ҡыйын хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләгән, ышанған, көткән, өмөт иткән ғаиләләргә уңыш, һис шикһеҙ, йылмаясаҡ. Дәүләттән ярҙам алыуға өлгәшкән йәштәргә ғаилә именлеге, балалар бәхете теләйһе ҡала.