Яйыҡ
-4 °С
Ясно
Новости
21 Сентября 2019, 05:46

Белем усаҡтарында мониторинг үткәрелә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостанРәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы илдең биш төбәгендә мәктәптәрҙәге туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алды. Шул иҫәптән республика белем усаҡтарында ла мониторингылау үткәрелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы илдең биш төбәгендә мәктәптәрҙәге туҡланыуҙы иғтибар үҙәгенә алды. Шул иҫәптән республика белем усаҡтарында ла мониторингылау үткәрелә.
Был «Демография” милли проекты сиктәрендә “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” федераль проектына ярашлы эшләнә.
Мониторинг балалар ҡатнашлығында ата-әсәләрҙән һорау алыу, анкета һәм туҡланыу системаһын анализлау формаһында ойошторола. Башҡортостанда 701 мәктәп тикшерәләсәк. 100-ләгән белем усағында ата-әсәләрҙән анкета йәки һорау алыу ойошторола.
Ошо турала Башҡортостан буйынса Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдергән.
Мониторингы ваҡытында туҡланыу, аҙыҡ-түлек сифаты һәм башҡа йүнәлештәр баһаланасаҡ.
Башҡортостандан тыш пилот проектында Мәскәү, һамар, Свердловск һәм Омск өлкәләре ҡатнаша.
Читайте нас