Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
24 Сентября 2019, 11:02

«Эшебеҙ уңырына ышанам!»

- Республикабыҙҙа 4 миллион 51 мең кеше йәшәй, уларҙың һәр ҡайһыһының - үҙ проблемаһы. Беҙ был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле һөҙөмтәле хәл итәсәкбеҙ. БР Башлығы вазифаһына рәсми тотонғандан һуң, бөгөн иң элек 2025 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге страте-гик йүнәлештәр тураһында-ғы Указға ҡул ҡуясаҡмын, - тип белдерҙе Радий Хәбиров БР Башлығы вазифаһына инеү тантанаһында.

- Республикабыҙҙа 4 миллион 51 мең кеше йәшәй, уларҙың һәр ҡайһыһының - үҙ проблемаһы. Беҙ был мәсьәләләрҙе эҙмә-эҙлекле һөҙөмтәле хәл итәсәкбеҙ.
БР Башлығы вазифаһына рәсми тотонғандан һуң, бөгөн иң элек 2025 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешендәге страте-гик йүнәлештәр тураһында-ғы Указға ҡул ҡуясаҡмын, - тип белдерҙе Радий Хәбиров БР Башлығы вазифаһына инеү тантанаһында. - Рәсәй Президентының «май указдары» дауамы була-раҡ беҙ үҙебеҙҙең «сентябрь указы»н ҡабул итәсәкбеҙ. Унда федераль кимәлдә башланған эшкә аныҡлыҡ индерәбеҙ. Хәл ителмәгән һәр мәсьәлә-гә, һәр объектҡа иғтибарҙы йүнәлтергә тырышасаҡбыҙ.
Бюджетта - финанс ресурс-тарын, программаларҙа аныҡ сроктарҙы нығытасаҡбыҙ.
Указ һәр беребеҙгә ҡағыла. Ул республикалағы һәр кешенең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелә. Ул минең киләһе биш йылға эш программам. Үҙ-ара уны «үҫештең тәүге биш йыллығы» тип атайбыҙ. Алдыбыҙға ҙур бурыс ҡуябыҙ. Ошо йылдарҙа республика кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура кеүек биш төп йүнәлеш буйынса алдын-ғы төбәктәр рәтенә сығырға тейеш. Беҙ иҡтисади страте-гияны үҙгәртәбеҙ - ҡулланыу иҡтисадынан үҫеш иҡтисады-на күсәбеҙ.
Ошо биш йыллыҡтан аныҡ һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләр алырға теләйбеҙ: беҙҙә үлем кимәле түбәнәйергә, тыуым артырға, йәшәү кимәле үҫергә тейеш. Әле халыҡ һаны йылдан-йыл кәмей. Әммә беҙ хәлде үҙгәртә-сәкбеҙ. 2024 йылға беҙ кәмен-дә 4 миллион 100 мең кеше буласаҡбыҙ. Бының өсөн тәү сиратта һаулыҡ һаҡлау проблемалары менән ныҡлы шөғөлләнә башлаясаҡбыҙ. Кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһен тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Медицина ярҙамына мохтаж булған һәр кешегә, аҙналар буйы сират көтмәйенсә, кәрәкле табипҡа шунда уҡ эләгеү мөмкинлеген бирәсәкбеҙ. Бының өсөн ауылда 20 ФАП төҙөйәсәкбеҙ, 147 модулле һәм 54 күсмә фельдшер-акушер пункты һатып аласаҡбыҙ. Ауыл меди-цинаһын тулыһынса терге-ҙергә ниәтләйбеҙ. Ашығыс медицина ярҙамы паркын яңыртабыҙ, бала табыу йорт-тарын һәм поликлиникалар-ҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырабыҙ.
Республика кардиология үҙәге, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, өлкәндәр һәм балалар өсөн хоспис, Затонда дауахана комплексы кеүек күләмле объекттар төҙөйәсәкбеҙ.
Беҙ мәғариф системаһын яңыртабыҙ. Биш йыл эсендә яҡынса 60 мең урынлыҡ 50 балалар баҡсаһы һәм 60 мәк-тәп һаласаҡбыҙ, төҙөкләнде-рәсәкбеҙ. Республика уҡыу-сыларының сифатлы белем алыуына ынтыласаҡбыҙ. Шуға күрә быйыл асылған ике полилингваль мәктәпкә өҫтәп тағы ла 12 белем усағы асасаҡбыҙ. Уны тамамлаған балалар сит һәм туған телдәр-ҙә яҡшы һөйләшәсәк.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү өсөн белем би-реү үҙәген ойошторасаҡбыҙ. Һәр районда һәм ҡалала ба-лалар технопарктары һәм кванториумдар барлыҡҡа киләсәк. Уҡытыусыларҙы ауыл мәктәптәрендә ҡал-дырыу йәһәтенән ярҙам күр-һәтәсәкбеҙ.
Юғары уҡыу йорттары ни-геҙендә икешәр, шул иҫәп-тән халыҡ-ара программалар буйынса уҡыу мөмкинлеге булған донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәге ойошторасаҡбыҙ. Республи-калағы иң һәләтле йәштәр башҡа төбәктәргә уҡырға китмәһен өсөн вуз-ара студент кампусы төҙөү ҡарала.
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттарҙы яҡшыртасаҡ-быҙ. Волейбол, гимнастика, спорт көрәше үҙәктәре һала-саҡбыҙ. Бөтә муниципалитет-тарҙа бассейндар буласаҡ. Әле 16 районда улар юҡ. Олимпия резервындағы училище асыу күҙаллана. Футбол стадионын төҙөйәсәкбеҙ. Ауылдағы уҡыу-сылар спорт менән әүҙем шө-ғөлләнһен өсөн «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ. «Мәктәптәргә - спорт көрәшен» программа-һын дауам итәсәкбеҙ.
Ойошмалар хеҙмәткәрҙә-ренең эш хаҡын 1,5 тапҡырға арттырыуға өлгәшергә ниәт-ләйбеҙ. Социаль яҡлауға мохтаж кешеләрҙе дискриминациялауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Заманса уңайлы мөхит үҙенсәлекле кешеләргә һәләттәрен тор-мошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлек асасаҡ. Үҙенсәлекле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитациялау үҙәген төҙөйәсәкбеҙ. Өл-кәндәр өсөн дә ошондай уҡ үҙәк барлыҡҡа киләсәк. Уларға көндөҙ шөғөлләнеү өсөн 30 үҙәк асасаҡбыҙ.
Туған телде һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ.
Үрҙә һанап үтелгәндәрҙе ғәмәлгә ашырыу өсөн беҙгә ныҡлы иҡтисад кәрәк. Хөкү-мәттең төп бурысы - 2024 йылға тулайым төбәк про-дуктын ике триллион һумға тиклем арттырыу. Социаль бурыстарҙы тормошҡа ашы-рыу, фәҡирлекте еңеү өсөн көслө иҡтисади нигеҙ кәрәк.
Үҙемдең хакимиәткә бер ай эсендә яңыртылған хөкүмәт структураһын тәҡдим итеү бурысын йөкмәтәм. Ул рес-публикаға ҙур инвестици-ялар йәлеп итеү буйынса тырышлыҡты арттырыуға йүнәлтелгән Үҫеш хөкүмәте булырға тейеш. Указда аныҡ һанды билдәләнем - инвес-тицияның йыллыҡ күләмен 450 миллиард һумға тиклем мотлаҡ еткерергә кәрәк.
Инвестиция үҫешенең милли рейтингында биш лидер иҫәбенә инергә. Бының өсөн кәмендә ике махсус иҡ-тисади зона, 50 индустриаль, агросәнәғәт һәм технопарк ойошторорға кәрәк. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә йөҙҙән ашыу яңы резидент йәлеп итеү фарыз.
Читайте нас