#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Республика Хөкүмәтендә “Экология” милли проектының Башҡортостанда нисек итеп тормошҡа ашырылыуы хаҡында фекер алышыу уҙҙы.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”бүлектәренән тора.
Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә нәҡ экология менән бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров белдереүенсә, 2024 йылға ҡалаларҙа санкцияланмаған 24 сүп-сар өйөмө бөтөрөлөргә тейеш, улар араһында өсәүһе айырыуса хәүефле һанала – Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловка” сәнәғәт ҡалдыҡтары, Баймаҡтағы Семеновка алтын эшкәртеү фабрикаһы һәм Өфөләге элекке “Химпром” биләмәһендә йыйылған шлам.
Тотош Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған, тип белдерелде.