Насар һауа торошо ауыл ху-жалығы предприятиеларының эшенә аяҡ салды быйыл. Яҙ айынан башлап бер-бер артлы һынауҙарын ебәреп тора. Сәсеү мәлендә һыуыҡ булды, һуңынан ямғыр яумай ыҙалатты, ерҙе көлгә әйләндерҙе, хатта.
Сәскән культуралар сыҡмай оҙаҡ ятты. Дым булмағас, үлән үҫә алманы. Бесәнһеҙ ҡалырбыҙ, инде, тип бик хафаланғайныҡ, һуңлап булһа ла ямғыр яуҙы, исмаһам. Ләкин мал аҙығы әҙерләр, уңыш йыйыу ваҡыты еткәйне, көндәр тағы боҙолдо. Хужа-лыҡтарҙың урып-йыйыу эш-тәре тотҡарланды. Әлеге һауа торошо менән яҡшы уңышҡа өмөт тә ҡалманы инде.
20 сентябрь көнө Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын баш-ҡарыусы - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрах-манов Учалы районына эш сәфәре менән килде. Районда урып-йыйыу эштәре менән танышты, «Байрамғол» агрофирмаһында булды, Уральск һәм Ураҙ бүлексә-ләрен ҡараны.
Ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәх-мәтуллин белдереүенсә, бы-йыл урып-йыйыу эштәре 12454,5 гектарҙа башҡары-лырға тейеш. Әлеге ваҡытта уның 8496 гектары сабылған (73 %), 7888 гектары һуғылған (63,3 %), 11622 тонна уңыш алынған. Гектарынан уртаса уңыш 14,7 ц тәшкил итә (былтыр 17,5 ц ине). «Черновское», «Юлдаш» йәмғиәттәрендә, ҡайһы бер крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында яҡшы ғына.
Техник культуралар 1126 гектар майҙанда сәселгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн-дәрҙең ямғырлы булыуы ар-ҡаһында, уларҙы сабырға төшмәгәндәр әле.
Ауыл хужалығы пред-приятиелары хәлдәренән килгәнсә ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы туплап ҡалырға ты-рышты. 3600 тонна бесән әҙерләгәндәр, фермерҙар 6000 тонна бесән өйөп ҡалған (планға ҡарата 122 %). Иң күп мал «Байрамғол» агрофирмаһында, уларҙы ҡышты сығарырға байтаҡ аҙыҡ талап ителә. Хужалыҡ сенаж соҡорҙарына 27000 тон-на йәшел масса тултырған. Әйткәндәй, агрофирма быйыл 2000 гектарға яҡын иген куль-тураларын сенажға сапҡан. Силосҡа көнбағышты һәм кукурузды сабалар. Ҡыш-ҡылыҡҡа сенаж-силосты күпләп әҙерләүҙәре бушҡа түгел, хужалыҡ киләсәктә мал һанын ишәйтергә уйлай. Комплексҡа тоҡомло һыйырҙар ҡайтарыу көтөлә. Министр агрофирмала комплекстарҙы ҡараны, һауыу залын, быҙауҙар торған урында булды. Пред-приятие етәкселеге би-наны реконструкциялауҙы планлаштырған.
Урып-йыйыу эштәре менән бергә аграрийҙар баҫыуҙарҙы туңға һөрөү, ерҙәрҙе эшкәртеү менән дә мәшғүл. Көндәр аяҙ тора күрһен инде, булған уңыш ҡар аҫтында ятып ҡалмаһын.
Илшат Фазрахманов Учалы элеваторында тө-ҙөкләндереү эштәре ме-нән яҡындан танышты. Предприятиены оҙаҡламай эшләтергә тейештәр, министр учредителдәр менән объектты оҙаҡҡа һуҙмай асырға кәрәклеге тураһында ла һөйләште. Иген киптергес комплекс быйыл хужалыҡтар өсөн бик мөһим, исмаһам уңыштарын киптереп алырға мөмкинлек булыр. Кемдәрҙең келәттәре юҡ, һаҡларға һалырға ла була. Кәрәкле объект.