Яйыҡ
+20 °С
Облачно
Новости
24 Сентября 2019, 08:16

Он түгел, марихуана

Илсе ауылында көпә-көндөҙ он һатылған тоҡсайға 400 грамм марихуана һалып китеп барған 35 йәшлек ҡатын тотолдо. Марихуана тигәне - наркотик итеп ҡулланылған киндер.БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеү-ҙәренсә, был ҡатын сығышы менән икенсе яҡтарҙан. Кин-дерҙе ауылда буш торған бер өйҙөң баҡсаһынан йыйған. Үҙенең аңлатыуынса, күптән наркотиктар ҡуллана, был киндерҙе лә, өйөнә алып ҡайтып, «манага» тигән шыйыҡса әтмәләргә йыйына.

Илсе ауылында көпә-көндөҙ он һатылған тоҡсайға 400 грамм марихуана һалып китеп барған 35 йәшлек ҡатын тотолдо. Марихуана тигәне - наркотик итеп ҡулланылған киндер.
БР буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеү-ҙәренсә, был ҡатын сығышы менән икенсе яҡтарҙан. Кин-дерҙе ауылда буш торған бер өйҙөң баҡсаһынан йыйған. Үҙенең аңлатыуынса, күптән наркотиктар ҡуллана, был киндерҙе лә, өйөнә алып ҡайтып, «манага» тигән шыйыҡса әтмәләргә йыйына.
Әлбиттә, енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ҙур күләм тураһында һүҙ барғас, РФ Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө бу-йынса, 3-10 йылға тиклем ир-кенән мәхрүм итеүҙәре бар.
Башҡорттар киндер менән күптән таныш. Орлоғо менән дә һыйландыҡ, туҡыма ла яһаныҡ («Иләнмәгән, һуғылмаған, мә, һиңә, ҡайным, киндер ыш-тан» әйтеме буштан килеп сыҡмаған бит инде), әммә бындай маҡсатта файҙаланыу тураһында ишетмәнек...
Иҫегеҙгә лә төшөрөргә кәрәк: баҡсала ҡырағай рә-үештә киндер йә мәк үҫә икән, бөтөнләй ҡулланмаған осраҡта ла, ер хужаһы ғәйепле буласаҡ, штраф һалына. Ә наркомандар белеп эйәләшеп алһа, штраф-тан да күпкә ҡурҡыныс инде - аңы томаланған бәндәләр ни генә ҡылмаҫ. Йолҡоп, утап ҡуйырға кәрәк! Тәфсирләп яҙыуҙың сәбәбе - ауылдарыбыҙҙа йорт артын-дағы бәрәңге баҡсалары хәҙер күпләп буш ҡалдырыла, алабута-аҡтамыр менән бер рәттән киндер ҙә киңерәк та-рала башланы, буғай...
Төрмәгә иҫерек руль артына ултырған өсөн дә эләгеп була. БР буйынса прокуратура рәсми сайтында белдертте: берҙе эсеп автомобиль менән идара ителгәндә тотолған 28 йәшлек яҡташыбыҙ, насар ғәҙәтен ташламай - BMW X 5 менән йөк автомобилен төрттөрә. Медицина тик-шереүе аша үтеүҙән баш тарта, был осраҡта юл-транспорт һәләкәтенә ҡағылышлы водитель эскән итеп «авто-матик рәүештә» таныла. Ошо арала суд ултырышы үтеп, тәртипһеҙ водитель 6 айға иркенән мәхрүм ителә, колония-ултыраҡҡа йүнәлтелә. Бынан тыш, 2 йыл 6 айға транспорт менән идара итеү тыйыла. Мәғлүмәт бирелгән мәлдә суд ҡарары көсөнә инмәгәйне - эскесе водителдәргә мөнәсәбәт күҙгә күренеп ҡатылана бара.
Читайте нас