Яйыҡ
+9 °С
Ясно
Новости
27 Сентября 2019, 06:14

Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем

Көҙҙө һары һағыш менән бәйләйҙәр. Ысынлап та, ҡоштарҙың йылы яҡҡа китеүе, япраҡтарҙың ҡойолоуы, көндәрҙең ҡыҫҡарыуы, ҡояштың нурҙарын һараныраҡ һибеүе күңелде бер аҙ болоҡһота. Шулай ҙа алтын көҙҙөң гүзәллегенә һәм сихрилегенә хайран ҡалырлыҡ. Тирә яҡҡа ҡарағыҙ әле - матурлығы ниндәй, урман-ҡырҙар нисәмә төҫкә мансылған... Көҙ - хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле булараҡ та билдәле. Бура-келәттәргә һалынған иген, баҡсаларҙан үҫтереп алынған йәшелсә, емеш - барыһына ла һоҡланып туймаҫлыҡ. Шуға күрә көҙ ул иң йомарт, иң бай миҙгелдәрҙең береһе - көҙгө уңыштан өҫтәлдәребеҙ һығылып тора бит! Бөгөнгө «Әҙәби бит»тә һеҙҙе, ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, Учалы шағирҙарының алтын миҙгел тураһында күңел күстәнәстәренән «ауыҙ итергә» саҡырабыҙ. Кинәнеп уҡығыҙ!

Һағышлы килә көҙҙәрем,
Көндәр тиҙ кисләр инде.
Күңелкәйем яҡты йәйҙе
Һағынып иҫләр инде.
Табышлы килә көҙҙәрем,
Йөрәктә – хистәр инде.
Йөрәгемдә йырҙар таша,
Күңелем нишләр инде?..
Уңышлы килә көҙҙәрем,
Ҡыуанған – йәштәр инде.
Туйҙар мәле... Шатлыҡтарҙан
Йөрәгем йәшнәр инде.
Рамай ҠАҺИР.
....
Һары көҙ һырыла урманға,
Төрөнә япраҡтар һарыға.
Сиңерткә йырынан арыған
Болондар тынлыҡҡа тарыған.
Ҡояшта балҡыған мең гәүһәр
Үрмәкес ауына эленгән.
Һарыға һабыша үләндәр
Был көҙҙөң иң асы еленән.
Күктәрҙә ҡанаты ҡағына
Юлаусы ҡоштарҙың тағы ла.
Йөрәкте һағыштан һыҙлатыр
Был көҙҙөң ныҡ моңһоу сағы ла.
Япраҡтар өҙөлә ағастан,
Ағастар ҙа көҙгә бик һиҙгер.
Күңелгә моңһоулыҡ өҫтәне
Тәнемде өшөткән был миҙгел.
Һары көҙ һырыла урманға,
Тирә-яҡ һарыға тарыған.
Бүлешәм көҙ менән хәсрәтте,
Һағыштан йөрәгем арыған.
Фәнил БҮЛӘКОВ.
....
Көҙгө урмандарға кереп киттем,
Баҫа алмай ғашиҡ күңелде.
Япраҡтарҙай, минең мөхәббәтем
Алтынланып ергә түгелде.
Аҡландарға сығып, ҡояш менән
Һөйөүемдең утын бүлештем.
Һөйөүемдең һағыштарын һөйләп,
Ап-аҡ ҡайындарға өләштем.
Әбей сыуағында йылына көн,
Һарыларға донъя күмелде,
Яңғыҙҙарҙың мөхәббәте, гүйә,
Алтынланып ергә түгелде.
Мөнир ИҠСАНОВ.
....
Тәбиғәт ул - ғәжәп бөйөк зәрҡан,
Ҡайҙа күҙ һал – тотош гүзәллек.
Бар мөхитте ҡалай семәрләгән!
Һәр есемдә уның теүәллек.
Ҡайһы саҡта Оҫта дер һелкетеп
Оҡшамаған эшен юҡ итә.
Ҡабатланмаҫ яңы биҙәү таба...
Бының өсөн бары көн етә.
Ә беҙ – уның хеҙмәт емештәрен
Бәрәкәтһеҙ иткән бер яман.
Ялҡып китеп беҙҙе елкәһенән
Һелкеп төшөрмәҫме бер заман.
Шәүлиә ЗӨЛҠӘРНӘЙЕВА.
....
Көҙ. Урман. Һары ла нағыштар.
Түҙ. Күрмә һарылған һағышты.
Күҙ йәшен түкһә лә, йәй үҙе
Көҙ менән теләп бит ҡауышты.
Шул уҡ наҙ. Шул уҡ саз. Шымыраҡ.
Саҡ ҡына ябыла ҡабырсаҡ.
Саҡ ҡына хистәрҙе һүрелтеп,
Күңелгә ойотоп йомор саҡ.
Саҡ ҡына,саҡ ҡына, күп түгел.
“Уянма, ҡабынма”, - тип түгел.
Ҡыштарҙы йонсомай үтерлек,
Уратып ҡайылған ип тегеп.
...Көҙ. Урман. Һарыла нағыштар.
“Китәм бит. Көтөгөҙ...”
Тауыштар...
Наилә ХӘМБӘЛИЕВА.
....
Көҙҙө һиңә бүләк итәм йәнем,
Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.
Ана, ҡара, ниндәй матур донъя,
Ары торһон хатта яҙҙары.
Урмандарҙы күрсе – нисәмә төҫ
Йәйғор булып ергә түгелгән.
Алтын япраҡтары, миләштәре
Хәтфә болондарға сигелгән.
Һары һағыш, тиеп әйтмәсе һин,
Йәштәр түгел, ямғыр тамсылай.
Хушлашыуҙар мәлен мин дә тоям,
Күңелемде аһ-зар ҡамсылай.
... Күҙ йәштәре кибер, өмөт өҫтәп
Иркәләгәс ҡояш нурҙары.
Көҙҙө һиңә бүләк итәм, йәнем
Көҙҙәрҙең дә бар бит наҙҙары.
Римма СОЛТАНОВА.
........
Яратам мин ҡыштың һалҡынын,
Аҡ бурандар ҡоторған саҡты.
Күктән йондоҙ булып яуған ҡарҙы,
Аҡ тун япҡан шыршы, уҫаҡты.
Юҡһынамын яҙын боҙ киткәнде,
Муйыл сәскә атҡан миҙгелде.
Һөйөүемде, бәлки, табырмын , тип
Тулҡынланып кисте көткәнде.
Йәйҙе мин һағынам, Инйәремде,
Ҡарурманлы ҡаяларымды.
Көртмәле тауына йүгереп менгән
Дәртле, көслө, сая сағымды.
Көтөп алам көҙҙө. Алтын көҙҙө -
Мөхәббәт килтергән миҙгелде!
Сихри матурлыҡҡа һушым китеп,
Ғашиҡ була торған мәлемде...
Сәлиә ҒАТАУЛЛИНА.
.........
Тағы ергә моңһоу көҙ килде,
Һары һағыш баҫты урманды.
Юлдарымда һары япраҡ күргәс,
Һағышланып мин дә уйландым.
Ағастарҙың һуңғы япраҡтары
Хәтерләтте ғүмерем ағышын.
Урман буйлап йүгерәләр улар
Бер-береһен ҡыуып, сабышып.
Һайрар ҡоштар тынған тирә-яҡта,
Ауыр һулай көҙгө урманым.
Күңел ҡылын сиртеп, көҙгө елдәр
Уйҙарымаҡушылыпйырланы.
Дилара МӘХМҮТДИНОВА.
….....
Үҙ гармуным
Йүгерә - атлай йәй ҙә үтеп бара.
Ашығыуы сыҡҡан йөҙөнә:
Йылмайыуы һүлпән, бойоҡ ҡараш.
Һоро төҫтә икән күҙе лә...
Гармунының йәшел күректәре
Күшекһә лә мыжыҡ ямғырҙа,
Теле сағылмаған!
Көйө лә бар.
Һалмаҡ ҡына бейей йәй ҡырҙа.
...Ҡулдарымда көмөш телле гармун:
Үҙ яйыма ғына уйнатып,
Көҙҙәремә мин дә инеп барам
Ғүмеремде йәйҙә йырлатып.
Асылым да шул гармуным ише:
Күшеккәне булды.
Бешекте!
Үтә һуҡҡанда ла йәшен уғы
Моң бәүелтте күңел - бишекте.
Гармун гармун инде.
Орган* түгел.
Гимндарҙы,
юҡ, ул һайрамай.
Иң мөһиме:
һәр теле лә төҙөк!
Үҙ көйөндә ...
минең " Ҡарабай "... (ред.)
* көслө музыка ҡоралы
Минзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА.
Ямғыр яуа… Көҙгө һыуыҡ ямғыр. . .
Ниҙер теләй йөрәк... Белмәйем...
Мин яңғыҙым ғына тороп ҡалдым,
Бер кемде лә башҡа күрмәйем...
Көҙгө күккә бағам... Теҙелешеп
Ҡыр ҡаҙҙары оса бейектә. . .
Эх, шул ҡаҙҙар булып, рәхәтләнеп
Осо инем... мин дә, иректә...
Осор инем, йыраҡ-йыраҡтарға,
Онотолор ине уйҙарым...
Осор инем,ҡаҙҙар, һеҙҙең менән,
Булһа ине минең ҡанатым.
Миләүшә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Сентябрь. Парк. Һары япраҡ
Һалҡын алған кеүек тойола.
Күккә ашмаҫ хыялдар ҙа
Шулар ише ергә ҡойола.
Ҡайылғанда аҫҡа ҡарай,
Ҡыҙарғандай ҙа бер була.
Аҫты ғына тик һуңынан
Һоро төҫкә инеп буяла.
Күҙ йәшеме, әллә ысыҡ,
Төшөп ятҡас уның өҫтөнә,
Көҙҙәремдең алтын хыялы
Сағыулана ҡояш төҫөндә.
Денис ҒИЛМАНОВ.
Читайте нас