Яйыҡ
+33 °С
Ясно
Новости
27 Сентября 2019, 05:57

Кемгә картуф кәрәк?

Бер танышымдың егерме йыл элек: «Картуфығыҙҙан да, бесә-негеҙҙән дә туйҙым. Мин сәйҙе һөтһөҙ, ҡаймаҡ-май яҡмай ҡоро икмәк менән эсәм, исмаһам. Әммә ауылда ҡала торғаным юҡ», - тип асырғанып һөйләгәнен һаман хәтерләйем. Ул ваҡытта йәш булғанмын, уның әйткәндәренә артыҡ иғтибар бирмәнем. Йылдар үтеү менән ошо һүҙҙәр иҫемә төшә, уның шул тиклем ауыл тормошо үҙәгенә үткәндер, күрәһең. Ысынлап та, ауыл халҡының тормошо бик тынғыһыҙ шул. Иртә таңдан төн ауышҡансы йүгерекләргә тура килә. Мал-тыуары, ҡош-ҡорто тиһеңме, уның арала ғаиләңде ашатып өлгөрөргә кәрәк, баҡса эштәре, башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре өҫтәлә. Ҡалала йәшәһәк тә, аҙна һайын тыуған йортҡа ҡайтып яҡындарға ярҙамлашып китергә тырышабыҙ.

Бер танышымдың егерме йыл элек: «Картуфығыҙҙан да, бесә-негеҙҙән дә туйҙым. Мин сәйҙе һөтһөҙ, ҡаймаҡ-май яҡмай ҡоро икмәк менән эсәм, исмаһам. Әммә ауылда ҡала торғаным юҡ», - тип асырғанып һөйләгәнен һаман хәтерләйем. Ул ваҡытта йәш булғанмын, уның әйткәндәренә артыҡ иғтибар бирмәнем. Йылдар үтеү менән ошо һүҙҙәр иҫемә төшә, уның шул тиклем ауыл тормошо үҙәгенә үткәндер, күрәһең. Ысынлап та, ауыл халҡының тормошо бик тынғыһыҙ шул. Иртә таңдан төн ауышҡансы йүгерекләргә тура килә. Мал-тыуары, ҡош-ҡорто тиһеңме, уның арала ғаиләңде ашатып өлгөрөргә кәрәк, баҡса эштәре, башҡа ваҡ-төйәк мәшәҡәттәре өҫтәлә. Ҡалала йәшәһәк тә, аҙна һайын тыуған йортҡа ҡайтып яҡындарға ярҙамлашып китергә тырышабыҙ.
Өйләнешкән саҡта йы-шыраҡ юл төшә ине, хәҙер ғаиләле булғас, ваҡыт яғы тарыраҡ. Әммә бесән, кар-туф мәле етһә иҫәпләшеп тормайбыҙ, йәһәтләп эш-ләп бөтөп ҡуяйыҡ тибеҙ. Балаларҙы ла тыуа-тыуғандан үҙебеҙ менән йөрөтәбеҙ. Бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төштө, ҡыҙыма ул ваҡытта дүрт йәш булғандыр. Отпуск мәлендә ауылда оҙағыраҡ ятып таш-лағанбыҙ, көн дә эш менән булышып бала ла ныҡ арыған күрәһең. Фатир ишеген асып инеү менән ҡыҙым стеналарҙы ҡосаҡлап: «Ой, мой дом, мой город», - тип һыйпап, үбеп аптыратҡайны. Һаманға тик-лем мәрәкәләп һөйләйбеҙ.
Картуф ишелеп уңды
Йылы уңай килеп, ете ҡат тирҙәрен сығарып сәскән-дәре үҫеп торһа, үпкә-ләрлеге юҡ. Һуңғы ваҡыт ауыл халҡына бер яҡты йөҙ күрһәтмәй был һауа торошо. Быйыл, мәҫәлән, иртә һы-уытты. Ошо көндәрҙә һауа температураһы нолдән түбән төштө, ә кешеләр һаманға тиклем бесәнен өйөп бөтә алмай, картуф та баҡсала ята.
- Бесәнде күрәһем дә килмәй, үҙебеҙ ыҙаланыҡ, балаларҙы ыҙалатып бөттөк. Август башында саптырып өйөп ҡуйғайныҡ, көслө ям-ғырҙар арҡаһында кәбән-дәргә һыу үтте. Ахырҙа, ҡа-баттан туҙҙырып, киптереп өйөргә тура килде. Техника юҡ, гектарына 1400 һум тү-ләп саптырҙыҡ. Өйгәндә лә түләргә тура килде, яҡынса ике кәбәнгә 15 мең һум кит-кәндер. Картуфы ла бығаса булмаған уңыш бирҙе. Алты тоҡ орлоҡтан 150 биҙрә картуф алдыҡ, хәҙер уны ҡайҙа ҡу-йырға белмәйбеҙ. Бер ерҙә лә ҡабул итмәйҙәр, - тип зар-лана Учалы ауылынан Нил Ғөбәйҙуллин.
Ысынлап та, картуф быйыл бик күп. Былтыр уңыш әҙ бул-ды, шуға ла быйыл халыҡ за-пасы менән ултыртты.
- Картуф менән тыштағы, өйҙәге баҙ тулды. Артҡанын һатайыҡ, тип уйлағайныҡ, арзан бигерәк. Шылтыратып белешкәйнек 5-7 һум, тиҙәр. Алдан 5 литрлыҡ биҙрәһен баҙарға сығарып 80-100 һум менән һатҡайныҡ, конку-ренция ҙур, алмайҙар. Элек, исмаһам, күрше өлкәләрҙән, Ҡаҙағстандан фуралар ме-нән килеп алып китә инеләр, йә булмаһа ҡарбузға, һуғанға алыштырҙылар, хәҙер улары ла күренмәй, әллә республика-ға индермәйҙәр инде, - тип һөйләне бер танышым.
«Меркурий» аша үтә
Хаҡ һөйләй, ете ҡат тиреңде сығарып, ҡарлы-ямғырлы, һыуыҡ көндә ҡаҙыған кар-туфыңды бер ҙә арзан хаҡҡа бирге килмәй. Ҡаҙаҡтар ҙа бер нисә йыл күренмәй башланы. Был турала район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Алмас Рәх-мәтуллиндан да һораштыҡ.
- Ҡаҙағстандан килеүселәрҙе республикаға индермәҫкә тигән бер ниндәй ҙә тыйыу юҡ. Шуныһы ғына бар, хәҙер барлыҡ продукция сертификация менән оҙа-тылырға тейеш. Шуға күрә һөт, ит, йәшелсә-емеш һ.б. продукция урындан-урынға күскәндә, һатылғанда ветеринар сертификаты яҙылырға тейеш. Был сертификация продукция сифатын тулы-һынса күҙәтеп барыу өсөн яуап бирә. Тикшерелгән та-уарға документтар электрон формала тултырыла. Серти-фикаттар махсус рәүештә булдырылған «Меркурий» мәғлүмәт системаһы аша үтә. Таможнянан үткәндә эшҡы-уарҙың тауары шундуҡ «Мер-курий» аша тикшерелә, әгәр документтарҙа берәй етешһеҙлек була икән, про-дукцияны сауҙаға сығарыу ҡәтғи тыйыла, - тип аңлатты Алмас Адик улы.
Аяҡ салыусылар күп
Шуныһы күңелде ҡыра, ҙур сауҙа магазиндарында кар-туфҡа хаҡ бер ҙә төшмәгән, «яңы уңыш»тың килограмы 20-30 һум тирәһе, һатып алыусыһы булғас килтерәләр, бер ҙә серетеп ташлағандарын күргән юҡ әлегә тиклем. Ҡайҙан килтерелгәндер әле, ете диңгеҙ аръяғындағы Ҡы-тайҙанмы, Мысырҙанмы - билдәһеҙ. Ә үҙебеҙҙең халыҡ тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән, сифатлы продукцияһын һа-та алмай ыҙалай. Бөгөнгө ҡиммәтселек заманында үҙ йүнен үҙҙәре күрергә ты-рышҡандарға аяҡ салған «Меркурий» системаһы, малды махсус һуғым һуйыу цехтарына алып барып һуйҙырыу кеүек закондар сығарыусыларҙы бер нисек тә аҡларлыҡ түгел.
Читайте нас