Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
27 Сентября 2019, 06:08

Мышы атып тотолдо

Ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт парк-тары булдырылғас, ҡырағай йәнлектәр ҙә Учалы районын-да үҙҙәрен иркен тоя, ярайһы үрсей башланылар. Тик бына һимеҙ ҡалья янына себен йы-йылғандай, «ҡырын кәсеп» итергә теләүселәр ҙә ишәйә башлай торған. БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итте: Кирәбе ауылы янындағы урманда Ямал-Ненец округының Яңы Уренгой ҡасабаһынан килгән 48 йәшлек ир тотолдо.

Ҡурсаулыҡтар, тәбиғәт парктары булдырылғас, ҡырағай йәнлектәр ҙә Учалы районында үҙҙәрен иркен тоя, ярайһы үрсей башланылар. Тик бына һимеҙ ҡалья янына себен йы-йылғандай, «ҡырын кәсеп» итергә теләүселәр ҙә ишәйә башлай торған.
БР буйынса эске эштәр министрлығы хәбәр итте: Кирәбе ауылы янындағы урманда Ямал-Ненец округының Яңы Уренгой ҡасабаһынан килгән 48 йәшлек ир тотолдо. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының версияһы буйынса, ул һунарға сыға, лицензияһы булмауға ҡарамаҫтан, һағалап тороп, мышы атып үлтерә. Ауылға кире килә, үҙе менән урманға барырға иптәшен өгөтләй. Енәйәт урынына квадроциклдар менән килгәс, мы-шы түшкәһен өлөштөргә бүлеп тоҡтарға тултыралар, эс-ҡарынын ағас араһына ашыҡ-бошоҡ йәшерәләр.
Ҡайтҡан юлда рейдҡа сыҡҡан Учалы районы буйынса эске эштәр бүлегенең иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы тороу бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре Финат Әҙелгәрәев, Вадим Мөхәмәтйәров, йәнлектәр донъяһын һаҡлау һәм фай-ҙаланыу буйынса Белорет хеҙмәтенең белгес-эксперты Александр Банновтың ҡулына эләгәләр, тип хәбәр ителде. Улар ни, йәшерелгән эс-ҡарынды ла йәһәт таба, Яңы Уренгой ҡунағы туҡ-талған йорттан мылтыҡ-патрондарҙы ла тартып алалар.
Браконьерлыҡ ҡылыуҙа ғәйепләнеүсегә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса енә-йәт эше ҡуҙғатылған. Был ҡылмыш өсөн төрмәгә ултырырға ла мөмкин. Енә-йәт яуаплылығынан тыш, йәнлек донъяһына зыянды ҡапларға тейеш була (ҡәҙимге урмандарҙа - бер мышы өсөн 80 мең һум, айырыуса һаҡ-ланған территорияларҙа - бер нисә тапҡырға күберәк).
Браконьер өсөн айырыуса хәйерһеҙ көн булғандыр инде. «Ҡара эште» башҡа-рып ҡайтҡанында квадро-циклының тәгәрмәсе төшөп ҡала, тип тә хәбәр ителде. Дүрт урынына өс тәгәрмәстә йыраҡ ҡасырмын тимә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре браконьерҙы тотоу менән төшөргән видеояҙманы ла ҡараныҡ: «...мышы башын эйҙе лә, миңә табан ташланды!» - тип әллә сабыйҙарса аҡланып маташа, әллә ҡурҡыуы менән уртаҡлаша ине. Нисек кенә булмаһын, ҡунаҡ булһаң - тыйнаҡ бул, ти халыҡ мәҡәле.
Читайте нас