Яйыҡ
+34 °С
Ясно
Новости
27 Сентября 2019, 06:05

«Йәшә, урман!» айлығы бара

Беренсе сентябрҙән «Йәшә, урман!» айлығы башланды. 24 сентябрь көнө ошо акция сиктәрендә Учалы ауылының осонда (ҡала яҡтан) байтаҡ ағас үҫентеләре ултыртылды. Кәртәләнгән ярайһы ғына үлсәмдәге майҙансыҡта ПКЛ һуҡалары менән ур-мансылар бураҙналар яр-ған, хәҙер килеп урталағы рәткә - йәһәт кенә мәғрүр күтәреләсәк пирамидаль тирәктәр, ике яҡ ситенән - мышар ултыртылды. Ерегеп китһәләр, бик күркәм сквер пәйҙә буласаҡ, бар килгән халыҡты гүзәл ағастар сә-ләмләп торасаҡ.

Беренсе сентябрҙән «Йәшә, урман!» айлығы башланды. 24 сентябрь көнө ошо акция сиктәрендә Учалы ауылының осонда (ҡала яҡтан) байтаҡ ағас үҫентеләре ултыртылды.
Кәртәләнгән ярайһы ғына үлсәмдәге майҙансыҡта ПКЛ һуҡалары менән ур-мансылар бураҙналар яр-ған, хәҙер килеп урталағы рәткә - йәһәт кенә мәғрүр күтәреләсәк пирамидаль тирәктәр, ике яҡ ситенән - мышар ултыртылды. Ерегеп китһәләр, бик күркәм сквер пәйҙә буласаҡ, бар килгән халыҡты гүзәл ағастар сә-ләмләп торасаҡ.
Өмәлә ҡатнашыусы ултыраҡтың ике урта мәктәп уҡыусылары һәм төрлө учреждение вәкилдәренә ҡаланың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитенынан да ярҙамға килделәр: ҡеүәтле генә түгел, дәртле һәм йор һүҙле район һабантуйының абсолют батыры Александр Шумковты ла абайлап ҡал-дыҡ. «Бик яҡшы эш, те-ләп ҡатнашам!», - тине лә, һалҡын көндә лә кинәнеп эшләүселәр янына ашыҡты.
Һәммәһе йөҙләп кеше бул-ғандыр. 10-сы класс уҡыусы-ларын килтергән Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Фәнил Ғәйнуллин менән һөйләшкәндә: «Элек бала-ларҙы урман эштәренә йә-леп итеү киң таралғайны. Хәҙер генә әллә талпандан ҡурҡабыҙ, әллә башҡа сәбәп, әммә урманға эшкә сығыуҙар юҡ кимәлендә ҡалды. Ә бына бөгөн, һалҡын булһа ла, теләп килделәр, эш рәтен белеп үҫһәләр, бер ҙә насар түгел инде. Тәбиғәттең дә ҡәҙерен нығыраҡ тойорҙар!» - тигән уйы менән уртаҡлашты.
Учалы урман хужалығы директоры Айбулат Байғарин да тап шул фекерҙә - кем экология өмәләрендә үҙе ҡатнаша, тәбиғәткә күпкә һаҡсылыраҡ ҡарай башлай. Ә был үтә мөһим. Быйыл, мәҫәлән, фәҡәт кешеләрҙең енәйәтсел битарафлығы арҡаһында 12 урман янғыны сыҡты, 420 тирәһе гектар әрәм булды, ҡыҙғаныс...
- «Йәшә, урман!» айлығы менән бер рәттән «Йәшел Башҡортостан» акцияһы, урмандарҙа санитар именлек айлығы, киләһе янғын осорона әҙерлек саралары бара, - ти Айбулат Алик улы. - Байтаҡ эштәр эшләнде лә инде. Шул иҫәптән Наурыҙ, Ураҙ ултыраҡтарында ҡарағай, тирәк, мышар ул-тыртылды. Бөгөн Ахун ме-нән Ҡунаҡбайҙа ҡарағай ултыртырға йыйыналар - беҙҙән үҫенте килеп ал-дылар, башҡа урындарҙа ла тик ятмайҙар. Тик бына ултыраҡтарҙа кәзәләр бер афәткә әйләнеп килә, буғай, кәртә аша ла үтеп йәшеллек-те юҡҡа сығаралар. Бына әле ағас ултыртҡан участканы ла Учалы ауыл Советы ҡайтанан ныҡлап ҡоршап алырға йыйына - күпме кешенең хеҙмәте әрәм булмаһын инде!
Үҫентеләр талап ителгән ойошма-учреждениелар урмансыларға 5-27-90, 5-11-11 телефондары буйынса мөрәжәғәт итһен. Адрестары: Учалы ауылы, Партизан урамы, 16-сы йорт. Үрҙә әйтелгән акциялар ба-рышында Учалыла 10 мең тирәһе үҫенте ултыртырға ниәт ҡоролған. 2-3 йыллыҡ сибек үҫентеләр тураһында һүҙ бармай, тирәк сәсмәлеге кеше буйлыҡ ине, буғай - бик тиҙ ысын ағас ҡорона инәсәктәр улар!
Үрҙә телгә алынған акциялар сиктәрендә һәм яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө айҡанлы район мөғәллимдәре яҡшы инициатива күрһәтте: «Ағас ултырт - уҡытыусыға бағышла» кампанияһына тотондолар. Юлбашсы булып, мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ахундағы «Йәйғор» лагеры биләмләрендә 40 шыршы үҫентеләрен ултыртҡан. Ҡалған мәктәптәр ҙә дәррәү ҡушыла. Берсә тәбиғәт өсөн дә яҡшы, уҡытыусыларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү һәм педагог һөнәренә сағыу пропаганда ла бит был.
Читайте нас