5 октябрь көнө, Республика көнө алдынан, Учалы ҡалаһы "Йәшел Башҡортостан" тигән масштаблы акцияға ҡушыласаҡ, тип хәбәр иткәнек инде.
Был көндө Бурансы биҫтәһенең Энергетиктар урамында һәм ҡаланың Мортазин урамындағы коррекцион мәктәп биләмәһе буйында, Әхмәтғәлин урамы, 25-се йорт эргәһендәге йәйәүлеләр һуҡмағы буйлап, Киров урамы, 9, 11, Горький урамы, 6-сы йорттар янында миләш үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Был мөһим сарала ҡала-район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, “Учалыводоканал” МУП-ы, “Учалы электр селтәрҙәре” йәмғиәте, «Газпром-газораспределение Уфа» предприятиеһының Учалы филиалы, төрлө ауыл Советтары ла ҡатнашасаҡ. Мәҫәлән, Учалы ауыл ултырағы Өргөн менән Ҡалҡан ауылдары араһына миләш ултыртырға йыйына икән. Был акцияла һәр теләгән кеше ҡатнаша ала, сара 10.00 сәғәттә башлана. Үҫентеләр бушлай бирелә, үҙегеҙ менән бирсәткә генә алырға кәрәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тәүләп "Йәшел Башҡортостан" акцияһы 2019 йылдың апрелендә уҙғайны. Унда 5 меңдән ашыу учалылар теләп ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та акцияға ҡушылып, уның әһәмиәтен тағы ла ҙурлап ебәрҙе. Радий Фәрит улы Илтабан лесничествоһы биләмәһендә Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов исемендәге аллеяла ағас ултыртты.