Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
4 Октября 2019, 08:11

Һанлы эфирға күсәбеҙ

Мәғлүм булыуынса, Баш-ҡортостан Рәсәйҙең тағы 20 төбәге менән бер рәттән 14 октябрҙә һанлы телесигналға тулыһынса күсәсәк. Республикала әлеге мәлдә юғары сифатта 20 федераль каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге бар. Ә сигнал барып етмәгән урындарҙа һанлы датчиктар урынына спутник ҡоролмалдары ҡуйыла.

Мәғлүм булыуынса, Баш-ҡортостан Рәсәйҙең тағы 20 төбәге менән бер рәттән 14 октябрҙә һанлы телесигналға тулыһынса күсәсәк. Респуб-ликала әлеге мәлдә юғары си-фатта 20 федераль каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге бар. Ә сигнал барып етмәгән урындарҙа һанлы датчиктар урынына спутник ҡорол-малдары ҡуйыла.
РТРС инженерҙары туҡ-тауһыҙ эш режимында, тип белдерелә. Көнөнә бихисап мөрәжәғәтте ҡабул итеп, ҡулланыусыларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү, кә-рәк урында техник яҡтан ярҙам күрһәтеү уларҙың мө-ҡәддәс бурысы һанала.
Һанлы телевидениеға күсеү иң беренсе сиратта телевизорҙы тик аналог аша ҡараусыларға ҡағыла. Телевизорығыҙҙа Рәсәй 1 логотибы А хәрефе менән булһа был тиҙҙән цифраға күсеүҙе белдерә. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк, әгәр һеҙ телевидениены кабель йә спутник операторҙары аша ҡарайһығыҙ, йә Ай-Пи телевидение абоненты икәнһегеҙ һәм каналдар-ҙың һаны, сифаты һеҙҙе ҡәнәғәтләндерә икән, был осраҡта борсолорға урын юҡ. Һайлаған оператор цифра менән үҙе тәьмин итәсәк.
Республикала һанлы сигнал түгел, аналог теле-видениеһы ла булмаған таулы урындар күп. БР Баш-лығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, ундай урында йәшәүселәргә, пенсионерҙарға һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә һанлы ҡулайлама йәки спутник ҡоролмаһы алыу өсөн компенсация түләнә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, Башҡортостан Рәсәйҙә һанлы юлдаш сигналдарын ҡуйырға ярҙам иткән берҙән-бер төбәк. Һанлы телесигнал ҡорамалдары һатып алыуға киткән сығымды ҡайтарыу өсөн күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итер-гә кәрәк. Ауылда йәшәйһегеҙ икән тәүҙә, әлбиттә, ауыл Советына барып кәңәшләшергә берүк онота күрмәгеҙ инде.
Һанлы эфир телевизион тап-шырыу хеҙмәттәрен күрһә-теү, телевизион һәм ҡабул итеү ҡорамалын көйләү тураһында мәғлүмәтте 88002202002 но-мерына шылтыратып белергә мөмкин. Өйҙә спутник теле-визион ҡорамалын алыу һәм ҡуйыу тәртибе хаҡында мәғлүмәтте 88003470055 но-меры буйынса белергә була (шылтыратыу бушлай).
Һанлы телевидениеға күсеүгә бәйле һорауҙарға яуаплы, ра-йон хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Артур Суфьянов белдереүенсә, беҙҙә белгестәрҙе уҡытыу алдағы аҙна башына план-лаштырылған. Шунан һуң ғына улар халыҡтан заявкалар ҡабул итеп, ҡорамалдарҙы көйләү һәм башҡа мәрәжәғәттәрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк. Һорауҙарҙы хәл итегеҙ. Юғиһә, күпмелер ваҡыттан телевизор күрһәтмәйәсәк.
Читайте нас