Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
4 Октября 2019, 13:26

Бөтәһе лә башҡортса уҡыйҙар!

Ҡалала тик 1-се Башҡорт ли-цейында ғына 100 процент уҡыусылар туған башҡорт теле дәрестәренә йөрөй икән. Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова - мәктәптең юғары квалификация катего-рияһындағы башҡорт теле уҡытыусыһы менән әңгәмә.

Ҡалала тик 1-се Башҡорт лицейында ғына 100 процент уҡыусылар туған башҡорт теле дәрестәренә йөрөй икән.
Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы Ғүмәрова - мәктәптең юғары квалификация катего-рияһындағы башҡорт теле уҡытыусыһы менән әңгәмә.
- Бәғзе урындарҙа, башҡорт телен уҡырға ғариза яҙыусылар юҡ, тип ҡул һел-тәп ҡуйыусылар барҙыр. Аңлатыу, әүрәтеү менән ныҡлап шөғөлләнгәндә, табыла ул! Дөрөҫ, бының өсөн директорыбыҙ Оксана Ниғмәтуллинаға, урынбаҫарҙары Шәүрә Ғәлимйәнова менән Рәзилә Аллаяроваларға күп көс һалырға тура килә,- тип белдерҙе. Ул үҙе лә бик яҡшы мөғәллимә, яҡынданыраҡ таныштырып китәйек.
Сәфәр ауылында донъяға килә, әммә үҫмерлек йылдары Туңғатарҙа үткәс, уны тыуған ауылым тип иҫәпләй. Әсәһе Гөлһылыу Хәйҙәр ҡыҙы ябай хисапсы, һауынсы булып эшләй. Юғары уҡыу йорттары бөтмәһә лә, тәбиғәттән бирелгән интеллигентлығы бар ине, эштән бушаған саҡтарында беҙ бергәләп китаптар уҡый инек, иншалар яҙҙыҡ. Ул: «Ҡыҙым, уҡыу кәрәк!» тип әйтеп кенә тора ине, - тип хәтерләй әңгәмәсебеҙ.
- Телгә, китап-белемгә һөйөүҙе әсәйемдең ҡустыһы, Рөстәм ағайым да ҡабындырған-дыр: беҙҙе, Азия әхирәтем менән ултырта ла, «уҡыта» торғайны - әкиәттәр һөйләй, хәреф та-нытып маташа... Үҙе үҫкәс, шахтала эшләне, әммә миңә әлегә тиклем иң абруйлы мөғәллимдәрҙең береһе булып ҡалды, - тип йылмайып дауам итте ул. - Ә Туңғатарҙа тәүге уҡытыусы Зөһрә апай Вилданова тәү күреүҙән шул тиклем ҡупшы, мөләйем һәм аҡыллы булып күренде, шундуҡ төплө ҡарарға килдем - мин дә үҫкәс уның кеүек уҡытыусы буласаҡмын!
Белорет педагогия учили-щеһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен ала ул. Ҡаланың 10-сы мәктәбендә эшләп йөрөгәнендә ситтән тороп, педагогия университетында уҡый.Башҡорт лицейы (гимназияһы) асылғас, педагогика өлкәһендә «ағи-нәй» итеп ҡабул иткән Шәүрә Әхмәҙиеваға эйәреп, унда күсә. Уҡыусылары район-республика конкурстарында ҡатнашып йыш уңыштарға өлгәшәләр, үҙе лә мәғариф министрлығының байтаҡ Хөрмәт грамоталары менән билдәләнә. Район уҡытыусылар конкурсында еңә, республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһап, Баш-ҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларының тәүге тиҫтәһе исемлегенә эләк-кәйне. Быйыл Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы де-легаты итеп тә һайланды.
Кемдең ни тирәһе ауырта, шул турала һөйләй бит инде - телебеҙҙе тамам юғалтмаҫ өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк, тип Гөлнара Әхмәтхан ҡы-ҙынан һораныҡ. Тәжрибәле педагогтың яуабы түбәндәгесә төплө рәүештә яңғыраны:
- бөтә балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырырға кәрәк. Тәрбиәселәр ата-әсәләргә аңлатырға тейештәр - кешенең тәүге йылдарында әсә телендә һөйләшеүе баһалап бөткөһөҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Бәғзе бәләкәй ауылдарҙа ла балалар тик русса аралаша башланы;
- милли байрамдар, төрлө конкурстарҙы мөмкин тик-лем күберәк үткәреү зарур. Беҙҙең лицейҙа «Башҡорт милли мәҙәниәте фестивале», «Һылыуҡай», «Шәжәрә» байрамдары, районыбыҙ-ҙың билдәле шәхестәренә арналған кисәләр, «Урал батыр» эпосын башҡарыу, әкиәт һөйләү конкурстары, бөйөк шәхестәребеҙҙең юби-лейҙарына арнап шиғырҙар ятлау, иншалар яҙҙырыу һәм башҡа саралар сағыу, юғары кимәлдә үтә торған;
- башҡорт телен һәм мәҙәниәтен тик Башҡортостанда ғына һаҡлап ҡалыу мөмкин. Шуға ла ресурстар өҫтөнлөклө рәүештә ошо йүнәлешкә бүленергә тейештер;
- вазифаға Радий Хәбиров килгәс, мөнәсәбәт күҙгә күренеп үҙгәрә. Ҡоролтайҙа, Башҡорт уҡытыусылары съезында сығыштарын йотлоғоп тыңланыҡ. Бөтә түрәләр унан үрнәк алһын ине, сер түгел инде, түрә кеше үҙен нисек ҡуя, бик күптәр өлгө аласаҡ. Әйтәйек, Радий Фәрит улының Халыҡ-ара диктантта ҡатнашыуы үҙе генә сараның мәртәбәһен ифрат ныҡ күтәрҙе;
- уҡытыусыға ижади эшләрлек шарттар тыуҙырыу, башҡорт теле кабинеттарын яңы йыһаз, заманса технологиялар менән тәьмин итеү үтә мөһим. Мәҫәлән, ялғауҙарҙы күрһәтеү, һүҙ тамырын билдәләү, баш киҫәктәренең аҫтына һыҙыу кеүек эштәрҙе интерактив таҡталарҙа эшләү уңайлы;
- дәреслектәрҙе камиллаштырыу өҫтөндә эшләгәндә практик уҡытыусыларҙы ҡатнаштырырға кәрәк;
- интернетҡа мөмкин тиклем күберәк башҡорт телен-дә текстар ҡуйыу, унда үҙебеҙ башҡортса аралашыу оло әһәмиәткә эйә.
Ә әңгәмәсебеҙҙең төп фекере - телде һаҡлап ҡалыу һәр кемебеҙҙең үҙенең намыҫында. Башҡортса гәзит алдырырға, китап уҡырға, бала-ейәндәр менән әсә телендә аралашырға бер кем дә ҡамасауламай бит!
Читайте нас