Һабантуй майҙаны гөрләп тора. Бына, ниһайәт, алып барыусы районыбыҙҙың кү-ренекле ғаилә династиялары парадын иғлан итә. Транс-поранттар тотҡан төрлө быуын вәкилдәре майҙан буйлап атлай, улар араһында Ахун ауылынан уҡытыусылар ди-настияһы, бар ерҙә лә өлгөр Сафиуллиндар ҙа бар.
Ҡунаҡбай урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән Вилә Вәлиулла ҡыҙы уларҙың береһе. Бөгөнгө көндә балаларға хеҙмәт, рәсем төшөрөү нескәлектәрен өйрәтә ханым. Ошо һөнәрҙе һайлауы яҙмыш осраҡлығы, ти ул.
Хәл былай була. Ахун ауылынан ике әхирәт ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алып, Магнитогорск сауҙа техникумына юл тота, әммә ниәттәрен бойомға ашырырға өлгөрмәйҙәр. Әхирәте Вәлиәнең апаһы ҡыҙҙарға Магнитогорск педагогия институтына документтарын тапшырырға тәҡдим итә. Имтихандарҙы уңышлы тап-шырып, ҡыҙҙар педагогия институты студенттары булып китә. Әхирәте - физика-математика, Вилә апай дөйөм дисциплина һәм хеҙмәт факультетын һайлай.
- Атайым менән әсәйем ябай колхозсылар, атайым Вәлиулла Ғарифулла улы ғүмер буйы механизатор булып эшләне, «Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ», «Халыҡтар дуҫлығы» ордендары менән бүләкләнгән. Әсәйем Тәғзимә Ғиниәт ҡыҙы ла колхозда төрлө эштәрҙә ең һыҙғанып эшләне. Юғары уҡыу йортона ингәнемде ишеткәс, уларҙың нисек ҡыуаныуҙарын белһәгеҙ! Ул заманда юғары уҡыу йорто колхозсы балалары өсөн буй етмәҫлерәк маҡсат булып һанала торғайны, - тип хәтерләй йәшлек йылдарын Вилә Вәлиулла ҡыҙы.
Студент йылдарында тормош иптәше, ошо уҡ институтта белем алған ауылдашы Эдуард Сафиуллин менән ғаилә ҡоралар. Диплом алғас, элекке Ҡунаҡбай мәктәбе директоры Ринат Ямалиев йәш белгестәрҙе үҙенә эшкә саҡыра. Ең һыҙғанып, тырышып эшләйҙәр. Эдуард ағай үҫмерҙәрҙе, тормош иптәше ҡыҙҙарҙы хеҙмәткә өйрәтә. Эдуард Сафиуллин балалар уҡытыуға утыҙ йылдан ашыу ғүмерен арнай, бөгөнгө көндә хаҡлы ялда. Шуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, йыр-моңға оҫта, гармунда өҙҙөрөп уйнаған уҙаманды төрлө сараларға йыш саҡыралар. Вилә Вәлиулла ҡыҙының да эш стажы өс тиҫтәнән ашҡан, быйыл 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәйәләсәк икән ул.
- Һөнәрем шул тиклем оҡшай, балаларҙы белгәнеңә өйрәтеп, һәләттәрен асырға ярҙам итеү үҙе бер кинәнес, - ти тәжрибәле уҡытыусы.
Вилә Вәлиулла ҡыҙының дәрестәрен уҡыусылар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп алалар. Апалары бәйләм бәйләргә, сәйләндәр үрергә, электр машинкала тегенергә өйрәтә. Кейеҙ киҫәгенән яһаған композицияларын күреп, һушыбыҙ китте, шул тиклем матур!
Ҡул эштәре менән ҡала-район, республика кимәлендә уҙғарылған конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып еңеү яулайҙар. Бигерәк тә Диана Хөсәйенова, Лилиана Ибәтуллина, Вәсилә Шәһивәлиева, Камилла Ғөбәйҙуллина, Розалия Сафиуллина, Ангелина Хәсәнова, Эльвина Ғәлимова, Резеда Әхмәҙиева, Юлиана Мөхәмәтоваларҙың ҡаҙаныштарын билдәләп китте остаздары. Тырышалар, ти.
Сафиуллиндарҙың ҡыҙҙары ла ата-әсәһенең юлынан киткән. Элизалары Учалы ауылы балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе. Юлиәләре Ҡунаҡбай мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, математиканан белем бирә. Нураниялары менән Гүзәлиәләре һөнәрҙәре буйынса инженер-технолог булһалар ҙа, яңынан уҡып, педагогия тармағын һайлағандар.