Аллаһ бәндәһе тигән кешене күргәнегеҙ бармы? Ә мин белә инем. Белә инем генә түгел, йәнем менән һөйә инем.
Ул бабай, хатта, өйгә ингән себен, көйә күбәләген дә йәберһетмәне, өйҙә осҡан ҡанатлыны күрһә, әбейенә ишек-тәҙрәне асырға ҡуша ла таҫтамал-фәлән менән генә ҡыуып сығарыр ине. Йәнәһе, осһон әйҙә, ул да бит йән эйәһе, ә мин йән ҡыйырға Әжәл түгел. Хоҙай биргәнен йәшәһен, үтәрен үтәһен.
Ул изге йәндең мулла ҡуш-ҡан исеме Сафиулла булһа ла, ауыл халҡы «Сафый ҡарт» ти ҙә ҡуя ине. Әбейе әллә белеп, әллә шаяртып «Суфый ҡартым» тиер ине. Ә ысынында иһә, ул Аллаһҡа ышанманы, барлығын инҡар ҙа итмәне. «Аллаһты белмәйем, күргәнем булманы. Минең Хоҙай Тәғәләм - Тәңре», - тиер ине. Бына шулай ине ул ябай ҙа, әммә үҙенсәлекле лә беҙҙең Сафый-Суфый ҡарт.
Сафый ҡарттың сабынлығы йылға ашаһында ғына ине. Ул хатта төшкө аш йөрөтмәне. Өйөнә генә ҡайтып ашай ҙа, ярты сәғәттәй ял итеп ала. Бесәнгә әбейен ул бер ваҡытта ла йөрөтмәне. Йәнәһе лә, бесән - бисә-сәсә эше түгел. Улай тиһәң, бер һыйырҙан артыҡ тотманы. Үҙемә етерлек һөт-ҡаймағы, йылына бер быҙа-уы булһа, шул еткән, тиер ине. Артығына ҡыҙыҡмай, байлыҡ артынан ҡыумай ябай ғына, матур итеп йәшәй белде.
... Шулай бер заман Са-фый ҡарттың бер күбә бесәне кәбәнгә һыймай, ҡышҡы-лыҡҡа ултырып ҡала. Ҡарт ныҡ көйә, үҙенең аты юҡ бит инде. Күршеһенә әйтеп ҡарай ҙа ул, тегеһе «мәй» һорай. Сафый ҡарт ундайҙы тотоу түгел, ене менән бер күрә. «Аҡса бирәм, күпме кәрәк?» - ти. Тегеһе лә кире киткәс, китә. «Мин аҡсаны үҙем кол-хозда эшләп алам», - тип кенә ебәрә. Ә бабайға бесән йәл, тир түккән эше йәл.
Ҡырпаҡлап ҡына ҡар яуып торған көндө әллә күңеле һиҙеп, әллә күршеһенең бе-сәне наҡыҫ икәнен белгәнгә, күбәһен ҡарап килергә тип сығып китә. Йылға аша сыҡ-һа, ни күрһен? Күршеһе тапап тороп бының күбәһен тейәп ята. «Ярай, оялтып тормайым», - тип ҡайтып китә.
Ҡайта ла, әбейенә һөйләп бирә. Әбейе лә аҡыллы ҡарсыҡ ине. Бабайының ҡайғырғанын күреп йөрөй бит инде. Бал ҡойған икән. Өс литрлыҡ банкаға тултырып та ҡуйған үҙе. Бабайына ла әйтмәй, шым ғына шуны ҡосаҡлап сығып китә. Теге күршеһенең ҡайтҡанын юлда көтөп тора. Ә ул нимә? Май урлап тотолған бесәй хәлендә ҡалды бит инде. Бер һүҙ ҙә әйтмәй, бесәнде күршеһенең һарайына керетеп бушата. Бушата ғына түгел, матур итеп өйөп тә бирә. Әбей ба-байының күргәнен әйткән микән, күршеһе балды ла алып тормай. «Сафый-Суфый инде», - тип шым ғына ҡайтып китә ул уфтанып.