Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
4 Октября 2019, 10:34

Станция эшләй башлаясаҡ

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалындағы экология афәтенән һуң (һауа зарарлы газдар менән бысраныуы), был йәһәттә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе. Шул иҫәптән, быйыл ғинуар айында үткән республика ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһы ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа ғына түгел, Учалыла ла һауа составына өҙлөкһөҙ контроль башҡарыу буйынса яңы система ҡуйырға ҡушҡайны.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалындағы экология афәтенән һуң (һауа зарарлы газдар менән бысраныуы), был йәһәттә мөнәсәбәт ҡырҡа үҙгәрҙе.
Шул иҫәптән, быйыл ғинуар айында үткән республика ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһы ултырышында БР Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙа ғына түгел, Учалыла ла һауа составына өҙлөкһөҙ контроль башҡарыу буйынса яңы система ҡуйырға ҡушҡайны.
Ғилми тел менән әйткәндә, оҙаҡламай Учалыла атмосфера һауаһына мониторинг буйынса автоматлаштырылған станция эшләй башлаясаҡ. Мониторинг - даими күҙәтеү тигәнде аңлата. Азот һәм көкөрт диоксидтары, углерод оксиды һәм саң-туҙан миҡдарын өҙлөкһөҙ режимда билдәләй һәм теркәй барасаҡ. Бөтә был мәғлүмәттәр интернет аша йәмәғәтселеккә еткерелә барасаҡ, тип ышандырҙылар. Станция тау металлургия колледжы биләмәләрендә торасаҡ. Елдең йүнәлешен, тиҙлеген теркәгән аппараттар ҙа бар, йәғни зарарлы матдәләр асыҡлана икән, ҡайһы предприятиенан икәнлеген билдәләү ҡыйын түгел. Әммә һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер - был станцияның тәғәйенләнеше кем күпме һауа бысратҡанды иҫәпләү түгел, ә ҡалала кешеләр һулаған һауаның сифатына ышаныслы һәм төплө контроль башҡарыу.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты комиссия тарафынан япһарылған бурысты теүәл үтәй: тейешле ҡорамалдар һатып алыуҙы хәл итеү өҫтөндә, октябрь айында килеп етеүе көтөлә. Ҡорамалдарҙың тулайым хаҡы сама менән 6-8 миллион һум, хеҙмәтләндереү һәм тәьминәт йәнә йыл һайын сама менән икешәр миллион һум талап итәсәк, ти. Хәйер, станцияны БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы үҙ балансына ала, әммә тәүге осорҙа урындағы властарҙың төрлө яҡлап булышлыҡ итеүе ныҡ кәрәк буласаҡ икән.
Ҡала ултырағы хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов етәкселегендә ошо станцияны урынлаштырыу, файҙаланыу мәсьәләләренә бағышланған кәңәшмә үтте. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алмас Рәхмәтуллин, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының экология именлеге бүлеге начальнигы Фларида Мирғәли ҡыҙы Ремезова, министрлыҡтың дәүләт аналитик контроле идаралығы вәкиле Римма Хатмуллина, сәнәғәт пред-приятиелары вәкилдәре ҡатнаштылар. Станцияны урынлаштырғас та, хәл итәһе проблемалар күп бит: һаҡ ойоштороу, элемтә, электр энергияһы менән тәьмин итеү һәм башҡа. Ошо һорауҙар ентекләп ҡаралдылар.
1 декабргә тиклем станция сафҡа индерелергә тейеш. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре һис шикһеҙ өлгөртәсәкбеҙ тип ышандырҙылар. Тик бына, станция эшләй башлағас та, мәғлүмәттәре юридик көскә лә инә алһын өсөн аттестация үтергә тейеш икән. Йәғни, рәсми рәүештә һынауҙар үтеп, эксперттарҙың, анализдар ысынбарлыҡты теүәл сағылдыра, тип раҫлауҙары. Быға тағын да ярты йыллап ваҡыт, ярты миллиондан күберәк һум сығым талап ителәсәк, ти. Нисек кенә булмаһын, ҡала халҡы һулаған һауа етди контролгә алына. Ә ауылдарға элеккесә, талап ителә икән, күсмә пункттарҙың килтерелеүе мөмкин. Тик стационар, тәүлек әйләнәһенә эшләгән станция ышаныслыраҡ инде - күҙәтеү тәүлек әйләнәһенә алып барыла бит, ә һауа бысраныуҙар ваҡыты-ваҡыты менән генә башҡарылыуы мөмкин. Станция автоматлаштырылған булғас, күрһәткестәрҙе үҙеңә оҡ-шағанса һис кенә лә үҙгәртеп булмай, ти - мотлаҡ ысын-барлыҡтағы хәл сағыласаҡ. Бик мәслихәт!
Бындай станциялар Өфө менән Стәрлетамаҡта ғына бар, ти, Салауат ҡалаһында булдырыла. Һәр хәлдә лә беҙҙең Учалы Урал аръяғы регионында бындай мони-торинг башҡарылған беренсе төйәк буласаҡ хәҙер.
Ильяс Хәбибулла улы ысынбарлыҡҡа тура килгән мәғлүмәттәрҙең мөһимлеген билдәләне - халыҡ менән осрашыуҙар булған һайын мотлаҡ экология мәсьәләләре күтәрелә икән. «4 ингридиент буйынса анализдар яһаласаҡ, ҡалған предприятиелар ҙа ҡушылып, яңы приборҙар урынлаштырып, тикшереү спектрын киңәйтеү зарур!» - тип билдәләне ул.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Алмас Рәхмәтуллин икенсерәк сетерекле һорауҙы ла күтәрҙе: ниңә Учалы кеүек ҙур һәм сәнәғәт йәһәтенән үҫешкән районда Экология министрлығының, исмаһам, берәй инспекторы юҡ? Элек тотош комитет була торғайны, хәҙер яңғыҙ кеше лә ҡалдырылмаған. Белореттан килгәндәрен генә көтөп ятһаң, байтаҡ проблемалар хәл ителмәйенсә ҡала... Өфө ҡунаҡтары был мәсьәлә буйынса яңы министр менән һөйләшәсәктәре тураһында белдерҙеләр. Үрҙә әйткән станция ла быға булышлыҡ итерҙер - эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн урындағы кешеләр ҡулайлыраҡ бит.
Читайте нас