Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
4 Октября 2019, 08:06

Йәш белгестәр эшкә килде

Һуңғы арала республика етәкселегенең медицина өлкәһенә ҙур иғтибар биреүе сикһеҙ ҡыуандыра. Юғиһә, халыҡтың һау-лыҡ һаҡлау системаһындағы етешһеҙлектәргә бер туҡтауһыҙ дәғүәләр белдереүе бигерәк күңелде ҡыра ине.

Һуңғы арала республика етәкселегенең медицина өлкәһенә ҙур иғтибар биреүе сикһеҙ ҡы-уандыра. Юғиһә, халыҡтың һаулыҡ һаҡлау системаһындағы етешһеҙлектәргә бер туҡтауһыҙ дәғүәләр белдереүе бигерәк күңелде ҡыра ине.
Бөгөнгө көндә Һаулыҡ һаҡлауға аҡса ла күп бүленә башланы. Әммә төп мәсьәлә булып һаман да кадрҙар проб-лемаһы ҡалыуы борсолдора. Ағымдағы йылда үҙәк ҡала дауаханаһы коллективы ла йәш кадрҙар менән тулыланды. Ошо көндәрҙә дауахананың баш табибы Рөстәм Латипов йәш белгестәрҙе яңы урында эш башлауҙары менән тәб-рикләне. Улар араһында терапевт, хирург, онколог, травматолог, реаниматолог, шәфҡәт туташтары һәм башҡа белгестәр бихисап. Иңдәренә аҡ халат һалған ҡыҙ-егеттәрҙе күргәс иң тәүҙә: «Былай булғас, дауаханабыҙ йәшәйәсәк әле», - тигән уй килде. Юғиһә, учреждениенан табиптар «пачкалап» эштән китә, тип күңелгә ҡотҡо һалғайнылар.
Ике әхирәт Алеся Лоҡманова менән Алина Әхтә-мова Ураҙ ауылынан. Мәктәпте тик «бишле» билдәләренә генә тамамлаған ҡыҙҙарға Белорет медицина колледжына уҡырға инеүе бер ауырлыҡ та тыуҙырмай. Әхирәттәр бәләкәйҙән үк табип булырға хыяллана, сирлеләргә ярҙам итеү теләге көндән-көн нығына ғына бара. Яҡындары ла ғәзиздәренең теләгенә ҡаршы килмәйҙәр.
Уҡып бөтөп, ҡулдарына диплом алғас, тыуған районыбыҙға ҡайталар, үҙәк ҡала дауаханаһының «Тиҙ ярҙам» бү-легенә фельдшер булып эшкә урынлашалар.
- Эшем оҡшай, һөнәреңде яратһаң, уның бер ниндәй ауырылығы ла һиҙелмәй, - ти Алеся Лоҡманова.
Табип һөнәре тәүәккәлекте талап итә, улар ниндәй генә сетерекле осраҡта ла юғалып ҡалмаҫҡа тейештәр бит.
Алесяға ла бер мәл бригадалары менән саҡырыуға сыҡҡанда ҡан баҫымы кинәт күтәрелгән пациентҡа һанаулы минуттар эсендә ярҙам күрһәтеп, ғүмерен һаҡлап алып ҡалырға тура килә. Һанай китһәң, бындай осраҡтарҙы миҫалға байтаҡ килтерергә мөмкин инде.
Йәш белгестәр араһында табип-кардиологтың булыуы икеләтә ҡыуаныс беҙҙең өсөн. Йөрәк менән яфаланыусылар айырыуса күп бит хәҙер.
Гүзәл Латиповаға табип һөнәре бәләкәйҙән яҡшы таныш, әсәһе Миләүшә Мәүлижан ҡыҙы үҙәк ҡала дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Бала саҡта яҡынына эйәреп күп тапҡырҙар эшкә лә килә. Әсәһенән күр-мәксе, өйгә ҡайтҡас, табип булып уйнарға ярата, ҡурсаҡтарын дауалай.
Ҡалабыҙҙың 3-сө лицейында белем ала, мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Тырыш ҡыҙ уҡыу йортон ҡы-ҙыл дипломға тамамлай, артабан ординатураға инә, кардиолог һөнәрен үҙләштерә.
Дипломлы белгесте бихисап ергә эшкә саҡыралар, әммә Гүзәл, Учалыма мин нығыраҡ кәрәкмен, тип тыуған яҡта-рына юллана. Беренсе көндән баш күтәрмәй эшкә сума.
- Йөрәк сирлеләр, ҡыҙ-ғанысҡа ҡаршы, бик күп. Уларҙы тейешенсә дауалап, кәрәк икән өҫтәмә тикшереү үтергә Өфөгә ебәрәбеҙ. Йөрәк менән шаярмайбыҙ, әгәр ҙә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, йөрәгегеҙ ауырта икән, кисекмәҫтән дауаханаға килегеҙ. Сират күп, талон юҡ, тип тә көтөп улты-рырға ярамай, «приемный по-кой» кабинетында табиптар һәр ваҡыт ҡабул итергә әҙер, - тине терапевт-кардиолог.
Йәш белгестәргә эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Гиппократ антына тоғро ҡалығыҙ!
Читайте нас