Яйыҡ
+27 °С
Ясно
Новости
7 Октября 2019, 06:00

Халыҡ сәләмәтлеге иғтибар үҙәгендә

Быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә 22 модулле һәм биш күсмә фельдшер-акушер пункты асыла.Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән кәңәшмәлә ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.

Быйыл республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә 22 модулле һәм биш күсмә фельдшер-акушер пункты асыла.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән кәңәшмәлә ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне.
– Быйылға төп бурыстар иҫәбенә шулай уҡ Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһына, Республика балалар клиник дауаханаһына һәм Белорет үҙәк район дауаханаһына компьютер томографтары алыу күҙаллана. Бынан тыш, Белорет дауаханаһына ангиограф һәм МРТ аппараты тапшырыласаҡ, – тине ул.
Республика онкология диспансеры ла медицина ҡулайламалары менән тулыландырыла. Ул рентген комплексы, компьютер томографияһы өсөн заманса аппарат һәм мультиспиралле КТ менән тәьмин ителәсәк. Балалар поликлиникаларына иһә биш рентген аппараты ҡуйыласаҡ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан".
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас