Яйыҡ
+16 °С
Дождь
Новости
9 Октября 2019, 05:21

Юлдарҙа хәүефһеҙлек мөһим

Быйыл автомобиль юлдарын рәтләп, тәрбиәләп тотоу өсөн 3 миллиард 111 миллион һум бүленгән. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Быйыл автомобиль юлдарын рәтләп, тәрбиәләп тотоу өсөн 3 миллиард 111 миллион һум бүленгән. Был эш “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
1 октябрҙә алған мәғлүмәттәр буйынса, был сумманың 88 проценты файҙаланылған. Бер саҡрым юлды тотоу 228 мең һумға баҫа. Был хаҡта республика Хөкүмәтендә үткән “Транспорт сәғәте”ндә белдерелде.
Әле Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 626 автомобиль юлы бар. Уларҙың оҙонлоғо 13 мең километрҙан ашыу. Автомобиль юлдарында 1642 күпер урынлашҡан.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас