Яйыҡ
+14 °С
Облачно
Новости
14 Октября 2019, 12:48

Хеҙмәттәре юғары баһаланды

Республика һәм Уҡытыусылар көнө айҡанлы Ижад йортонда ҙур тантаналы сара үтте. Унда бер төркөм уҡытыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары, район һәм ҡала хакимиәттәренең, мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарын, Хөрмәт грамоталарын тапшырҙылар. Байрам тантанаһында ла юғары наградаларға лайыҡ булыусыларҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, Район Советы депутаттары рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов һәм мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова ҡотланы.

Элек-электән уҡытыусы һөнәре абруйлы һаналған һәм бөгөн дә ул үҙенең мәртәбәһен юғалтмай. “Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.
Ул Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы - ябай һөнәр түгел, ул - бала күңеленең белгесе.
Республика һәм Уҡытыусылар көнө айҡанлы Ижад йортонда ҙур тантаналы сара үтте. Унда бер төркөм уҡытыусыларға белем һәм тәрбиә биреүҙәге уңыштары, күп йыллыҡ фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары, район һәм ҡала хакимиәттәренең, мәғариф бүлегенең Рәхмәт хаттарын, Хөрмәт грамоталарын тапшырҙылар. Байрам тантанаһында ла юғары наградаларға лайыҡ булыусыларҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, Район Советы депутаттары рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов һәм мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова ҡотланы.
Учалы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, байрам менән тәбрикләп, һәр ҡайһыбыҙҙың да тыуған мәктәбебеҙҙе, уҡытҡан уҡытыусыларыбыҙҙы ғүмер буйы хәтерләүебеҙ хаҡында әйтте.
Ринат Хөснулла улы Ямалиев - районда билдәле шәхес. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеменә уҙғарылған вокалсылар республика конкурсы лауреаты, “Оҙон көй” төбәк конкурсы лауреаты... һәм тағы һанап бөткөһөҙ конкурстар еңеүсеһе Ринат Хөснулла улының мәғариф системаһында хеҙмәт итеүенә, Аллаһ бойорһа, киләһе йылдың 1 сентябрендә 50 йыл тула. Шуның 35 йылын - мәктәп директоры вазифаһында. Һәр ерҙә һөҙөмтәле, намыҫлы эшләй.
- Хеҙмәтемде оло баһалауҙарына бик ҙур рәхмәтлемен. Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан тапшырылған юбилей миҙалы - минең өсөн ҡиммәтле бүләк, - тине Ринат Хөснулла улы.
Район Советы депутаттары рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов залда ултырыусыларҙы тәбрикләп:
- Хөрмәтле мәғариф хеҙмәткәрҙәре, педагогия хеҙмәте ветерандары! Һеҙҙе Республика һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Уҡыусылар алдында һеҙ өр-яңы белем донъяһын асаһығыҙ, уларҙа үҙаллылыҡ, даими үҫешкә ынтылыш тәрбиәләйһегеҙ, юғары әхлаҡи йүнәлеш биреү йәһәтенән өлгө күрһәтәһегеҙ. Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, аҡыл ҡеүәһе һәм фиҙаҡәрлегегеҙ, сабырлыҡ һәм балаларға ихлас һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине.
Зөлфиә Хужәхмәтова кеүек уҡытыусылар хаҡында ла булмышы менән уҡытыусы, тиҙәр. Районыбыҙ данын күтәргән, уҡыусыларын юғары уңыштарға көйләй белгән, үтә талапсан, ғәҙел белгес булараҡ танылған ул.
-Исем өсөн генә эшләмәйем, тәү сиратта уҡыусыларымдан һөҙөмтә талап итәм, - ти Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы.
Был һүҙҙәрҙе уҡытыусының шәхси уңыштары ла дәлилләй. “Мәғариф” милли проектында ҡатнашып, “Иң яҡшы Рәсәй уҡытыусыһы” исеменә, 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә була. 2013 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында гран-при алыуға өлгәшә. Еңеүселәр һәм призерҙар әҙерләгән белгескә “РФ-тың дөйөм белем биреү отличнигы” наградаһы тапшырылған. 2015 йылда Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙының эше юғары баһаланып, 200 мең һум күләмендә грант тапшырыла.
-Әлбиттә, һинең тырышлығыңды, хеҙмәтеңде баһалау, күтәреү тағы ла нығыраҡ күңел һалып эшләргә дәрт бирә, - тине Зөлфиә Ниғмәтйән ҡыҙы.
Сара аҙағында тәбрикләнеүселәргә концерт номерҙары бүләк ителде.
Читайте нас