Яйыҡ
+27 °С
Ясно
Новости
14 Октября 2019, 09:45

Ирекмәндәр ярҙамға әҙер

Бөгөн Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

Бөгөн Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатылды.
Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.
Районыбыҙҙа ла һанлы телевидениеға күсеү әүҙем бара. Был эштә халыҡҡа ярҙам итеү ҡаралған. С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы һәм тау сәнәғәте колледжы студенттарынан торған ирекмәндәр махсус курстар үтеп, һанлы телевидениены көйләүгә өйрәнгәндәр.
Улар һанлы эфирға тоташтырыуҙа ғына түгел, ә ҡорамалдарҙы дөрөҫ һайлау буйынса ла булышасаҡ. Һанлы телевидениеға күсеү буйынса теге йәки был ярҙам кәрәк булһа район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә була.
Мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн мәғлүмәт:
- Һанлы телевидение буйынса ирекмәндәрһеҙ “Ҡыҙыу линия” телефоны буйынса, йә район хакимиәтенә ярҙам кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң ғына йортоғоҙға, йә фатирығыҙға киләсәк.
- Ирекмәндәр икәү булһа ғәжәпләнмәгеҙ: был уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк.
- Ирекмәндәрҙең һеҙҙән үҙ ярҙамы өсөн, мәҫәлән, ҡорамалдарҙы яйлау һәм тоташтырыу, йә етмәй ҡалған шнурҙы һатып алыу өсөн аҡса талап итеү хоҡуғы юҡ.
Әгәр ҙә ҡорамалды тоташтырыу өсөн нимәлер етмәй икән, улар һеҙгә ярҙам күрһәтә алмаясаҡ. Башҡортостанда һанлы телевидениеға күсеүгә “Рәсәй телевизион һәм радио тапшырыуҙар селтәре” филиалы яуаплы.
Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек дөрөҫ тоташыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға 8-800-220-20-02 буйынса яуап бирәсәк. Башҡортостан буйынса барыһы дүрт меңгә яҡын ирекмән был эшкә йәлеп ителгән.
Читайте нас