Яйыҡ
+18 °С
Облачно
Новости
14 Октября 2019, 12:34

Кинәнеп ижад итәм!

Марсель Ҡотоев - тамашасы араһында киң танылған йырсы. Уның сағыу, ҡабатланмаҫсығыштарын халыҡ һәр ваҡытта көтөп ала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен һәләтле,ҡабатланмаҫ тауышлы моң эйәһе итеп таныта.

Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Марсель Мазһар улы Ҡотоев менән.
- Әйҙәгеҙ, тормош юлығыҙға байҡау яһайыҡ...
-1985 йылдың 16 сентябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуғанмын. Ауылыбыҙ тураһында айырым һөйләрлек. Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә бүләк иткәндер ул, тап ошо ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа, тип яҙған ине ҡасандыр академик Әхмәт Сөләймәнов. Ауылыбыҙҙан күпме талант эйәһе - шағирҙар, йырсылар, ҡурайсылар, бейеүселәр сыҡҡан. Әлеге көндә лә талантлы булмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Ауылыбыҙҙан 12 профессиональ ҡурайсы сығыуы, 70 ҡурайсының төрлө конкурстарҙа еңеүсе булыуы ла ошо хаҡта һөйләй. Фәннүр менән Фәттәх Аралбаевтар, Иршат менән Азат Ҡарасуриндар, Хәбир Раев, Юнир Һағынбаев, Ғаяз Ғәйетбаев, Нух Ҡотоев кеүек йырсы ауылдаштарым менән ғорурланам. Бөгөн районда, республикала ойошторолған бер бәйге лә буранбайҙарһыҙ үтмәй. Буранбай ауылында тыуып үҫеү - үҙ өлөшөмә яҙмыш тарафынан бирелгән ҙур бәхет, тип уйлайым.
Ғаиләлә биш балабыҙ. Иң олоһо мин. Нух ҡустым сәнғәт академияһында уҡый. Фәрүәз ҡустым - медицина хеҙмәткәре. Вилдан ҡустым - мәктәп уҡыусыһы. Гөлнара туғаным тегеүсе. Бәләкәйҙән үк йырларға яраттым. Ата-әсәйем һөйләүенсә, мин өс йәштә үк йырлай башлағанмын... Үҫә төшкәс, ауыл, мәктәп данын яҡлап, районда төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тура килде. Ә һигеҙ йәшемдә тәүге тапҡыр ҙур сәхнәгә аяҡ баҫтым - Башҡорт дәүләт филармонияһында «Сулпылар» телевизион конкурсында ҡатнашып, «Бибинур» йырын йырланым. Бынан һуң ниндәй генә дәрәжәле ярыштарҙа ҡатнашырға тура килмәһен, минең ижади тормошомда «Сулпылар»ҙан да бөйөгөрәк һәм әһәмиәтлерәк ваҡиға юҡ. Тап ошо конкурс артабанғы тормошомдо билдәләне лә инде - киләсәктә йырсы булырымды асыҡ белдем. Тыуған ауылымда 9 класты тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының ҡурай бүлегенә уҡырға индем, аҙаҡтан вокал бүлегенә күстем. 2005 йылда уҡыуымды тамамланым.
14 йәшемдә “Башҡортостан йондоҙсоҡтары” тип аталған республика конкурсында (2000) гран-при яуланым. Училище студенты булған саҡта төбәк-ара профессионалдар араһындағы “Ирәндек моңдары” конкурсында (2004 йыл) гран-при алдым. «Гәлсәр һандуғас» телевизион фестивалендә «Йыл асышы» номинацияһына лайыҡ булдым. Ошо конкурстарҙан һуң йырҙарыма клиптар төшөрөп, телевизорҙан да күрһәтә башланылар. 2010 йылда Хакас республикаһында үткәрелгән «Ут йыры» III халыҡ-ара этник эстрада конкурс-фестиваленән еңеү менән ҡайттым. Халыҡ йырҙарына килгәндә, бала саҡтан уҡ Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеровтарҙың яҙмаларын тыңлап, өйрәнә килдем.
-Ә йырға һөйөү кемдән килә?
-Әсәйемдең әсәһе гармунда уйнап, йырлар ине. Атай-әсәйем дә - оҫта йырсылар. Уларҙың һәр береһе ижад юлымда этәргес көс бирҙе. Нух ҡустым да сәнғәт академияһында белем ала.
- Ижад тормошонда ниндәй яңылыҡтар...
- Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, 2006 йылда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Далан» фольклор-эстрада төркөмөндә эш башлаған инем. Аҙаҡ яңыртылған «Каруанһарай» төркөмөнә йырларға саҡырҙылар. Әлеге мәлдә, мин Ришат Төхвәтуллин тәҡдиме буйынса, яңғыҙ башҡарыусы булараҡ сығыш яһарға булдым. Ваҡыт елә, йәш тә үтеп китеп бара. Әгәр хәҙер йөрөмәһәм, аҙаҡ һуң булыуы ихтимал. Үҙ аллы эшләүе яҡшыраҡ, ситлектә түгелһең. Үҙемдең бригадамды тупланым, бер-беребеҙҙе аңлап эшләйбеҙ, иң мөһиме шул. Зилә Лира, Ян Лира, Илнур Һибәтуллин, Ынйы Мансурова менән берлектә төркөм булдырҙыҡ. Коллективыбыҙ берҙәм, ойошҡан. Әйтергә кәрәк, ҡайҙа барһаҡ та, халыҡ ысын күңелдән ҡабул итә.
- Йырсы булараҡ ниндәй темаларҙы яҡын итәһегеҙ?
-Репертуарым бик бай: башҡорт, рус, заманса, татар, итальян, неаполитан халыҡ йырҙары. Үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын күберәк алам, уларҙы халыҡ яратып тыңлай. Хәҙер концерттарыбыҙҙа юморға ла урын бүлдек. Халыҡ менән ябай булырға кәрәк, хәҙер халыҡ ябайлыҡты ярата. Концертты шоу менән генә алдырмаҫҡа, ә матур тауыш, йөкмәткеле программа ла булырға тейеш. Шоу ҙа кәрәк, бәхәсләшмәйем, ләкин зауыҡлы, мәғәнәле йырҙар өҫтөнлөк итергә тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ бит милләтебеҙҙе тәрбиәләргә лә бурыслы.
- Гәзит уҡыусыларын, бигерәк тә гүзәл заттарҙы шәхси тормошоғоҙ ҙа ҡыҙыҡһындыралыр...
-Тормош иптәшем Әлиә Әбйәлил районы һылыуы. Арыҫлан исемле ул һәм Элиза исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ.
-Тормошоғоҙҙа иң ҙур бәхет тип нимәне һанайһығыҙ?
-Аллаһҡа шөкөр, яҡындарым иҫән-һау. Кинәнеп ижад итәм, дөрөҫ юлдан барыуыма иманым камил. Яҡындарым, дуҫтарым, ижадымды яратып ҡабул итеүсе тамашасыларым бар. Ошо ҙур бәхет миенең өсөн.
-14 октябрҙә буласаҡ концертта тамашасыларҙы нимә көтә?
-Учалы халҡы ныҡ ихлас, дәртле. “Ҡарауан” төркөмө менән сығыш яһарға килгәндә бик ҡәнәғәт йөҙҙәрҙе күреп, был яҡтарға тағы килергә яҙһын тип дәртләнеп ҡайтҡайным. Учалылар менән осрашыуҙы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп йөрөйөм. Аҡсаһын, ваҡытын йәлләмәй килгән тамашасының өмөттәрен аҡларға, халыҡҡа күңелле ял минуттарын бүләк итергә тейешбеҙ.
-Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, ижади асыштар, юғары үрҙәр, артабан да тамашасы күңелендә үҙ урынығыҙҙы юғалтмауығыҙҙы теләйбеҙ!
Вилиә ЯНБАЕВА.
Блиц-һорау
Йондоҙнамәһе: ҡыҙ
Иң яратҡан китабы: башҡорт халыҡ әкиәттәре.
Иң яратҡан эсемлеге: сәй, ҡымыҙ.
Иң яратҡан ризығы: былау, бишбармаҡ.
Иң яратҡан төҫө: йәшел.
Кешеләрҙә иң оҡшаған сифаттар: әҙәплелек, тура һүҙлелек.
Иң оҡшамаған сифаттар: ҡатылыҡ, ғәҙелһеҙлек.
Читайте нас