Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
15 Октября 2019, 08:01

Аналог тапшырыуҙары туҡтатылды

Башҡортостан 14 октябрҙән һанлы тапшырыуға күсте. Тейешле аппаратураны тоташтырып өлгөрмәгән ҡулланыусыларға экранда ни өсөн республиканың «цифр»ға күсеүе, бының өсөн телевизор хужаларына нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ролигы күрһәтелде.

Башҡортостан 14 октябрҙән һанлы тапшырыуға күсте. Тейешле аппаратураны тоташтырып өлгөрмәгән ҡулланыусыларға экранда ни өсөн республиканың «цифр»ға күсеүе, бының өсөн телевизор хужаларына нимә эшләргә кәрәклеге тураһында мәғлүмәт ролигы күрһәтелде.
«Реформа республика халҡының — 15, күп тигәндә 20 процентына ҡағыла. 60 процентҡа яҡыны – кабель телевидениеһын ҡулланыусылар. Кабель телевидениеһын ҡарағандар өсөн бер нәмә лә үҙгәрмәй, улар үҙҙәренең каналдарын нисек ҡараған, шулай ҡарай.
РТРС сайтында һанлы тапшырыу сигналы булмаған тораҡ пункттарҙың исемлеге менән танышырға була. Беҙҙә кабель эфир сигналы булмаған бер нисә тораҡ пункт бар, унда спутник ҡорамалын һатып алырға кәрәк», — тигәйне Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға – ай һайын балаға пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыу өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һигеҙ меңгәләгән кеше дәүләт ярҙамын алды ла инде. Ике меңгә яҡыны приставкалар буйынса компенсация һорап мөрәжәғәт итте.
Башҡортостанда йәшәүселәргә теләһә ниндәй ваҡытта "ҡыҙыу линия"ға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға, ирекмәндәрҙән ярҙам һорарға мөмкин. Телефоны: 8 (800) 347 00-55.
Читайте нас