14 октябрҙә федераль каналдар һанлы форматҡа күскәс, Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарау мөмкинлеге булмаясаҡмы, тип борсолоусылар аҙ булманы. Тынысландырырға ашығабыҙ, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, БСТ каналы республикала элеккесе — аналог режимында күрһәтеүен дауам итәсәк.
Кемдәр һанлы телевидениеға күскән хәтерләп ҡуйығыҙ: бөтә һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия» эшләй, телефоны: 8-800-347-00-55. Учалыларҙың мөрәжәғәттәре ҡала-районыбыҙҙағы ирекмәндәргә еткереләсәк. Улар иһә һеҙгә шылтыратып, ҡасан һәм нисәлә киләсәктәрен, йомошоғоҙҙоң асылын теүәлләйәсәктәр. Ирекмәндәр үҙ белдектәре менән йөрөмәй - шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ. Мутлашыусыларҙың ҡармағына эләкмәгеҙ!