Яйыҡ
+26 °С
Облачно
Новости
17 Октября 2019, 08:24

Иң матур ауыл – үҙебеҙҙең Наурыҙ!

«БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы иғлан иткән «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы, ниһайәт, тамамланды. Уның еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары Башҡортостан юлдаш телеканалында иғлан ителде. Ур-ра, Башҡортостандың иң матур ауылы тип үҙебеҙҙең Наурыҙ ауылы аталды. Ҡотлайбыҙ, афарин, наурыҙҙар! Тулыраҡ - киләһе һанда.

«БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы иғлан иткән «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы, ниһайәт, тамамланды. Уның еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары Башҡортостан юлдаш телеканалында иғлан ителде. Урра, Башҡортостандың иң матур ауылы тип үҙебеҙҙең Наурыҙ ауылы аталды. Ҡотлайбыҙ, афарин, наурыҙҙар! Икенсе урынға Ишембай районынан Маҡар ауылы лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Шаран районы Дүртөйлө ауылы алды. Еңеүселәргә тура эфирҙа бүләккә сертификаттар тапшырылды: I урынға - 500 000 һум, II - 300 000 һум, III - 200 000 һум, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.
Читайте нас