«БР муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы һәм БСТ каналы ойошторған «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы, ниһайәт, тамамланды. Уның еңеүселәре, призерҙары һәм номинанттары Башҡортостан юлдаш телеканалында иғлан ителде. Урра, Башҡортостандың иң матур ауылы тип үҙебеҙҙең Наурыҙ ауылы аталды! Ҡотлайбыҙ, афарин, наурыҙҙар! Икенсе урынға Ишембай районынан Маҡар ауылы лайыҡ булды. Өсөнсө урынды Шаран районы Дүртөйлө ауылы алды. Еңеүселәргә тура эфирҙа бүләккә сертификаттар тапшырылды - улар конкурстың миллионлы бүләк фондын бүлеште: I урынға - 500 000 һум, II - 300 000 һум, III - 200 000 һум, шулай уҡ конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла дипломдар менән бүләкләнде.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы – «Хыял ауылы», Стәрлетамаҡ районының Талас ауылы «Күп милләтле ауыл» тип танылды, Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылына «Ҙур киләсәк» номинацияһы бирелде, Салауат районының Әлкә ауылы - «Социаль яҡтан үҫешкән ауыл». Ҡариҙел районының Яугилде ауылы «Хеҙмәт һөйөүсән ауыл» тип танылды, Өфө районының Лекаревка ауылы «Уңайлы мөхит» номинацияһында еңеүсе булды, Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылы - «Эко-ауыл», Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы - «Күркәм ауыл», Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы - «Татыу ауыл», Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылы - «Ҡунаҡсыл ауыл», Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы «Уңайлыҡтары булған ауыл» тип танылды, ә Мишкә районының Сосновка ауылы «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы. Ошо 12 ауыл 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән билдәләнде. Ә конкурста ҡатнашҡан башҡа 33 ауыл дипломдар менән бүләкләнде.
Конкурс икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Унда 5 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдар ҡатнаша. Финалға 10 ауыл сыҡты. Тауыш биреү һөҙөмтәләре: Наурыз ауылы, Учалы районы - 51089 тауыш, Сосновка ауылы, Мишкә районы - 47993 тауыш, Макар ауылы, Ишембай районы - 47868 тауыш, Әлкә ауылы, Салауат районы - 41073 тауыш, Дүртөйлө ауылы, Шаран районы - 39629 тауыш, Талас ауылы, Стәрлетамаҡ районы - 30095 тауыш, Яугилде ауылы, Ҡариҙел районы - 29173 тауыш, ауылы, Өфө районы - 7228 тауыш, Тәүәкән ауылы, Күгәрсен районы - 3199 тауыш, Ямғырсы ауылы, Стәрлебаш районы - 2220 тауыш.
-Ғәжәйеп матур ерҙә урынлашҡан тыуған ауылым - бында ике ҡитға Европа менән Азия осраша, сылтырап аҡҡан Яйыҡ йылғаһы, йәшмәләргә бай Боғасты, мәғрур Бөркөтоя, Ҡапсығай тауҙары, зифа ҡайындар, һомғол тирәктәр ауылға әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йәм бирә. Композитор Абрар Ғабдрахмановтың, скульптор Хәйҙәр Ғариповтың, бейеүсе, ҡурайсы Рәйес Низаметдиновтың, дәүләт эшмәкәре Рәшиҙә Солтанованың һәм әллә күпме данлыҡлы шәхестәрҙең тәпәй баҫҡан йәнтөйәге ул.
Ауылыбыҙҙа асфальт юл да, зәңгәр яғыулыҡ та, кәрәҙле телефон бәйләнеше лә юҡ. Әммә Наурыҙҙың төп байлығы - уның эшһөйәр, талантлы, берҙәм халҡы. Әҙерҙе көтөп түгел, борсоған мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, бергәләп хәл итергә күнеккәнбеҙ. Ғөмүмән, күп эште ауылдаштарым өмә ойоштороп, бергә башҡарырға өйрәнгән.
Шуға дәлил - ошо лайыҡлы еңеүебеҙ. Беҙҙең өсөн тауыш биргән һәр кемгә ҙур рәхмәтлебеҙ - райондаштарға, ситтә йәшәүселәргә, хатта сит илдән тауыш биреүселәр ҙә булды бит. Беҙҙең ауыл ысынлап та быға лайыҡ! Ауылдаштарымды ысын күңелдән ҡотлайым! Һәр ваҡыт шулай берҙәм булайыҡ! - тине тәьҫораттары менән уртаҡлашып ошо ауылда тыуып-үҫкән, тыуған ауылым тип янған Учалы яҙыусылар союзының яуаплы сәркәтибе, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Римма Солтанова.
- Бик шатбыҙ! Беҙҙең менән бергә бөтә Наурыҙ, бөтә район халҡы шатлана. Ата-бабаларыбыҙ аманат иткән данлы тарихыбыҙға тап төшөрмәҫкә, быуын сылбырын дауам иттерергә бурыслыбыҙ беҙ. Берҙәм, әүҙем булһаҡ ҡына тыуған төйәгебеҙ, телебеҙ, иманыбыҙ йәшәйәсәк - быны һәр кемебеҙ аңлай, - тине тиҫтә йылға яҡын ауыл советы хакимиәте башлығы йөгөн үҙ иңдәрендә тартыусы, үҙ ауылының ысын патриоты Закир Ғарипов.