Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» гәзитендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Бер йыл элек иғлан ителгән бәйгелә матбуғат баҫмаһы уҡыусылары әҙиптең тормошо һәм ижадына бағышланған мәҡәләләре менән сығыш яһаған. Мостай Кәрим тураһында быға тиклем билдәле булмаған факттар яҡтыртылыуына ла иғтибар бирелгән.
Иң яҡшы мәҡәлә менән сығыш яһаған һәм әҙәби традицияларҙы нығытыуға, илһөйәрлек, телһөйәрлек сифаттарын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн яҡташыбыҙ, Өргөн ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, М. Мортазин исемендәге премия лауреаты Салауат Рәсүлев беренсе урын яулай. Салауат Хәйретдин улының иҫтәлектәргә ҡоролған ижади эше иң яҡшыһы тип табыла.
“Мостай эҙҙәренән” тип аталған мәҡәләлә әҙиптең Өргөн ауылына килеп йөрөгән ваҡыты сағылыш тапҡан. Автор иҫбатлауынса, «Европа-Азия» шиғырҙар циклы, “Өс таған”, “Бейеш”, “Әбүбәкер” һәм башҡа байтаҡ әҫәрҙәре тап Өргөн ауылында ижад ителгән.
-“Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Мостай эҙҙәренән” тип аталған мәҡәләмдә Мостай Кәрим кемдәргә килгәнен, кемдәр менән аралашҡанын асыҡларға тырыштым. Тәүгеһе - Мөхәммәт Хәйҙәров, драматург, яҙыусы. “Мөхәммәт 1950 йылда, яҙ башында уҡ Рауза менән мине үҙенең тыуған ауылы Өргөнгә саҡырып димләй башланы, - тип хәтерләй Мостай Кәрим үҙенең “Бейеш” әҫәрендә. - Ул шунда йәмәғәтләнеп донъя көтә ине. Урал аръяғының дауалы саф һауаһын, ҡарағастарының шифалы хуш еҫен, Өргөн күленең илаһи матурлығын, мурҙаны үҙҙәре эҙләп инә торған ҡара балыҡтың муллығын, ат ҡараусы Мортаза Алтыновтың сәйер ҡылыҡтарын (ул 1947 йылда Ленин ордены менән наградланған кеше - авт.), ғаҡыл эйәһе иҫәр Әбүбәкерҙең мажараларын (“Әбүбәкер” исемле хикәйәһен Мостай Кәрим 2004 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫтырҙы - авт.), бер итәк атайһыҙ бала үҫтереп ятҡан Мәстүрәнең көлә-көлә донъя көтөүен килгән һайын мауыҡтырғыс итеп тасуирлап һөйләй торҙо. Шуларҙың бөтәһен дә миңә күрмәҫ борон уҡ үҙ яһаны. Һүҙе менән арбаны, әсир итте, юлға күтәрҙе”.
Икенсе персонаж - Ғөбәй Сәлим улы Фәтҡуллин, “Совет” колхозының рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Мостай Кәрим (1919-2005), Мөхәммәт Хәйҙәров (1915-1999) һәм Ғөбәй Фәтҡуллин (1914-2012) - өсәүһе лә дәүерҙең елле-дауыллы, болғансыҡ заманында донъяға килгән. Өсөһө лә крәҫтиән тормошоноң ауыр йөгөн үҙ елкәләрендә үткәргән, һәр яҡлап нужа күргән. Өсәүһе лә педагогия институтын тамамлаған. Уларҙа белемгә ынтылыш хайран ҡалырлыҡ көслө була , - тип бәйән итте Салауат Рәсүлев.
Өргөн ауылының шифалы ҡарағас урманына, кәзә ҡымыҙын эсеп дауаланырға Мостай Кәрим 50-се йылдарҙа биш йыл рәттән килә. Шул ваҡытта йәшәп, ижад итеп китә.
“Өргөнгә килеүҙең тәүге көндәрендә күл буйҙарын ҡыҙырып, урам аръяғындағы ҡарағастар менән танышып йөрөүҙән ары китә алманым. Ауыл эргәһендәге Биргетау тигән түбәгә күтәрелеп, аҫта йымылдап ятҡан мөһабәт күлгә, алыҫ үҙәндәргә, күкһел урмандарға, офоҡ ситендәге Ирәмәлдең аҡ таҡыяһына күҙҙәрем талғансы ҡарағым килә. Ынтылырға әлегә баҙнат итмәйем. Күкрәгем ҡыҫыла, - тип яҙа яралы яугир Мостай Кәрим “Бейеш”тә. - Мөхәммәттең йомарт ҡуллы, йор һүҙле кәләше Ғәйниямал мине көн һайын күбектәре күпереп торған кәзә ҡымыҙы менән кикерткәнсе һыйлай. Бүтәндәргә, сәләмәт әҙәмдәргә, бик аҙ тәтетә. Аҙна-ун көн үтеүгә, тыным иркенәйеп, теҙ быуындарым нығып китте...”, - тип яҙа Мостай.
-Мәҡәләмдә бөйөк әҙип Мостай Кәримдең беҙҙең Учалы яҡтарында ҡалдырған эҙҙәрен асыҡларға баҙнат иттем. “Йәшлек” гәзитендә “Миңә “Мостай ене” ҡағылған” исемле мәҡәләм баҫылып сыҡҡас, күптәрҙән рәхмәт һүҙе ишеттем, ә бер ағай ошондай фекер ишеттерҙе: ниңә Мостай Кәримдең кемдәргә килеүен, кемдәр менән аралашыуын асыҡлабыраҡ яҙмайһың? Ошо бушлыҡты тултырыу маҡсатынан ҡулыма тағы ҡәләм алырға йөрьәт иттем, - тип һөйләне Салауат Хәйретдин улы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры, мәшһүр әҙип Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға аралған ижади бәйгелә 15-кә яҡын кеше көс һынай. Икенсе урынға “Йылғаның яры икәү” мәҡәләһе менән профессор, яҙыусы, филология фәндәре кандидаты Тимерғәле Килмөхәмәтов сыға. Өсөнсө урында “Мостай йыһанында” тигән мәҡәлә менән яҙыусы Гөлнур Яҡупова.
Яҡташыбыҙҙы лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади бейеклектәр теләп ҡалабыҙ!