Башҡортостанда аналог телевидениеһын һүндергәндән һуң "ҡыҙыу линия"ға ике меңгә яҡын кеше шылтыратҡан. Был турала БР матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы хәбәр итә.
“Башлыса һанлы телевидениеға күсеү һәм ҡорамалдарҙы көйләү буйынса мөрәжәғәт итәләр”, - тип аңлаталар агентлыҡта. Ололар һәм инвалидтарға ирекмәндәр ярҙам итә. Халыҡта бигерәк тә БСТ каналын көйләү борсолоу тыуҙыра икән.
Белеүебеҙсә, 14 октябрҙә Рәсәйҙә аналог телевидениеһы һүндерелде. Илебеҙ тулыһынса һанлы телевидениеға күсте.
Башкортстанда аҙ тәьмин ителгән граждандарға – пенсияларына федераль социаль өҫтәмә, балаһына ай һайын пособие алыусыларға һанлы эфир йәки юлдаш телевидениеһы ҡорамалдары алыр һәм уны урынлаштырыр өсөн дәүләт ярҙам күрһәтә. Һигеҙ меңләп кешегә ярҙам күрһәтелгән дә инде. Ике меңләп кеше приставка буйынса компенсация алырға мөрәжәғат иткән. Ҡорамалдарҙы көйләргә ирекмәндәр ярҙам итә, тип аңлатҡайныҡ инде. Һеҙгә ни бары 8 (800) 347 00 55 һандарын йыйып "ҡыҙыу линия"ға ғына шылтыратырға кәрәк.