СПИД - иң ҡурҡыныс һәм йоғошло ауырыуҙарҙың береһе. Нисә йыл инде медицина уға ҡаршы һөҙөмтәле дарыуҙар уйлап таба алмай. Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙә ВИЧ-инфекция йоҡтороусы миллионға яҡын кеше асыҡланған. Башҡортостанда 21 меңдән ашыу ВИЧ-инфекциялы иҫәптә тора, уларҙың 13 меңгә яҡыны - ир-егеттәр, 8 мең самаһы - ҡатын-ҡыҙҙар. Өҫтәүенә, күбеһе - йәштәр.
Кисә Учалы Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Туҡта ВИЧ/СПИД» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Ҡатнашыусылар Өфөнән старт алған. Учалынан һуң улар Белорет, Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларына юлланасаҡтар.
- “Туҡта ВИЧ-СПИД” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһын быйыл бер аҙ ғәҙәттәге форматын үҙгәртеп, автоуҙыш формаһында үткәрергә булдыҡ. Уның төп маҡсаты - иммун системаһы дефициты вирусы хаҡында һөйләү, сир хәүефен кәметеү. Акцияны Республика СПИДҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш һәм иҫкәртеү үҙәге алтынсы йыл рәттән ойоштора, - тине автоуҙыш ҡатнашыусыһы Дмитрий Никифоров.
Акция барышында филармонияла ВИЧ инфекцияһына тиҙ, бушлай һәм аноним рәүештә анализ тапшырырға мөмкинлек бирелде. Һөҙөмтәләр 10 минуттан һуң әҙер булды. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә консультация, шулай уҡ ВИЧ-инфекцияһы һәм СПИД, ВИЧ менән зарарланыу хәүефе тураһында белгестәр менән кәңәшләшергә, инфекцияны иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт алырға була, тип хәбәр иттеләр ҡатнашыусылар.
Шулай уҡ ойоштороусылар тарафынан ВИЧ-тың таралыуы проблемаһын күтәргән спектакль әҙерләгән ине. Уны филармонияла күрһәттеләр.
- Осраҡлы енси бәйләнеш, тәртипһеҙ йәшәү рәүеше - былар бөтәһе лә ВИЧ-инфекция йоҡтороу хәүефен арттыра. Икенсенән, ВИЧ йөрөтөүселәр наркомандар артыуы иҫәбенә тулылана. Вирусты йоҡтороу-йоҡтормау кешенең шәхси тәртибенә бәйле. Ҡайһы берәүҙәр был бәләгә осраҡлы ғына юлыға. ВИЧ-инфекциялы сәләмәт кешенән тәү ҡарашҡа бер нисек тә айырылмай. Тышҡы ҡиәфәтенә ҡарап кешенең зарарланыуын йәки зарарланмауын билдәләп булмай: тик махсус лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында ғына асыҡлау мөмкин.
Әлбиттә, беҙ байтаҡ эш башҡарабыҙ. Бында йәштәрҙең ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы ҙур роль үтәй. Һәр беребеҙ үҙ алдына маҡсаттар ҡуйып, яратҡан эше менән шөғөлләнһен. Әгәр кешенең ниндәй ҙә булһа маҡсаты бар икән, тимәк, насар уйға батып йөрөүгә уның ваҡыты ла ҡалмай, киреһенсә, тик яҡшылыҡҡа ынтыла. Күп осраҡта йәштәрҙең шаулы байрамдарҙан һуң уйламайынса енси яҡынлыҡ ҡылыуы йәки наркотиктар менән шаяра башлауы СПИД йоҡтороуға килтерә. Шуға ла, һәр кем сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһа, ваҡытында медицина тикшереүҙәрен үтһә, быуат афәтенән ҡотолорға мөмкин, ти табиптар. Һәр кеше үҙ киләсәгенә яуаплы ҡараһын ине, - тине автоуҙыш ҡатнашыусылары.