Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
23 Октября 2019, 06:36

Ярҙамды шатланып ҡабул итәләр

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә республикала аналоглы телевидениены һүндереү процедураһы нисек үткәреләсәге хаҡында доклад биреүҙәрен һораны.

Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмәлә республикала аналоглы телевидениены
һүндереү процедураһы нисек үткәреләсәге хаҡында доклад биреүҙәрен һораны.
“Әҙ килемле кешеләр өсөн күсеү ауырға тура килмәһен өсөн беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. 7 меңдән ашыу йорт хужалығы ярҙамыбыҙҙан файҙаланды. Өлкән йәштәге, мобиль булмаған граждандарға ирекмәндәр ярҙамға килә. Бер төбәктә лә ирекмәндәр улай эшләмәй”, - тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.
Ысынлап та, ирекмәндәр ололарға ихлас ярҙамлаша. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Илсе ауылында ғүмер итеүсе Мазһаровтар ғаиләһе лә уларҙың ярҙамын теләп ҡабул итте. Ирекмәндәр уларға телевизорҙарын көйләп, пульт менән нисек эшләргә кәрәклеген аңлатып, кәңәштәрен биреп ҡайттылар. Хәҙер Мазһаровтар 20 федераль каналды бушлай ҡарап ҡыуанасаҡ.
Читайте нас