Башҡортостанда ир-уҙаман, ауыл советынан мәрхәмәтлек көтөп арығас, үҙе автобус туҡталышы эшләп ҡуйған, тип хәбәр итә Башҡортостаным-яңылыҡтар.
Ейәнсура районының Үрген ауылында 866 кеше йәшәһә лә, автобус туҡталышы булмаған. Булмаған тип ни, булған инде. Иҫке, емерелеп бөткән. Урындағы властар йә аҡса юҡлыҡҡа, йә башҡа, мөһимерәк эштәргә һылтанған.
Әкрәм Солтанбаев түҙмәгән, материалдар һатып алған һәм туҡталыш төҙөп тә ҡуйған. «Ваҡыт булғанда яйлап эшләнем. Иҫкеһен һүтеп, яңыһын йыйҙым, иретеп йәбештерҙем. Үҙебеҙҙең урам ҡыҙҙары менән бергәләп буяттыҡ», - тип бәйән иткән ул Ufa1 хәбәрсеһенә.