Яйыҡ
+33 °С
Ясно
Новости
28 Октября 2019, 12:27

“Турникетһыҙ аҙна” - Учалыла

Учалы мәшғүллек үҙәге йәнә йыл һайын ойошторолған “Турникетһыҙ аҙна” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә мәшғүллек үҙәге уҡыусылар һәм студенттар өсөн предприятиеларға экскурсиялар ойоштора, студенттар унда уларҙың эшмәкәрлеге менән таныша ала.Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторолған сара сиктәрендә мәшғүллек үҙәге “Николь-Пак”, “Техноплекс” заводтары, “Учалы тегеү фабрикаһы”, “РИВС” машиналар төҙөү заводы һәм башҡа ойошмалар менән килешеү төҙөнө. Йәштәр хеҙмәт шарттары, баҙарҙа талап ителгән һөнәрҙәр тураһында белешмә алды, продукцияның башынан алып аҙағынаса эшләү процессы менән танышты, йәғни үҙҙәренә әйбер тегеп, икмәк бешереп ҡарау мөмкинлеге бирелде.

Учалы мәшғүллек үҙәге йәнә йыл һайын ойошторолған “Турникетһыҙ аҙна” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә мәшғүллек үҙәге уҡыусылар һәм студенттар өсөн предприятиеларға экскурсиялар ойоштора, студенттар унда уларҙың эшмәкәрлеге менән таныша ала.
Һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторолған сара сиктәрендә мәшғүллек үҙәге “Николь-Пак”, “Техноплекс” заводтары, “Учалы тегеү фабрикаһы”, “РИВС” машиналар төҙөү заводы һәм башҡа ойошмалар менән килешеү төҙөнө. Йәштәр хеҙмәт шарттары, баҙарҙа талап ителгән һөнәрҙәр тураһында белешмә алды, продукцияның башынан алып аҙағынаса эшләү процессы менән танышты, йәғни үҙҙәренә әйбер тегеп, икмәк бешереп ҡарау мөмкинлеге бирелде.
-Мәктәптәрҙә лә профориентацион маҡсатта төрлө предприятие-ойошма етәкселәре менән осрашыуҙар, ата-әсәләр йыйылышы, класс сәғәттәре үткәрелде. “Турникетһыҙ аҙна” акцияһы барышында мәктәп уҡыусылары ҡала-районыбыҙ ойошма-предприятиеларының эшмәкәрлеге менән танышып ҡына ҡалмай, бөгөнгө көндә хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр тураһында ла белешмә ала.
Ғөмүмән, беҙ йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү буйынса төрлө саралар уҙғарабыҙ. Дөйөм һөнәри белем биреү учреждениелары сығарылыш уҡыусылары юғалып ҡалмаһын тигән маҡсатта предприятие, ойошмаетәкселәре араһында килешеү төҙөйбөҙ, студенттар ошонда уҡ практика үтә.
- Төп маҡсатыбыҙ - эшһеҙлек кимәлен кәметеү, эш биреүселәр менән күберәк хеҙмәттәшлек итеү, уҡыу йорттарын тамамлаусыларға стажировка үтеүгә шарттар булдырыу, инвалидтарҙы эшле итеү, кешеләргә үҙ эшен асыусыларға булышлыҡ итеү. Бынан тыш, яңы һөнәр үҙләштереү, граждандарҙы йәмәғәт эшенә йәлеп итеү, эшкә урынлаштырыу, йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ, - тине Учалы мәшғүллек үҙәге психологы Галина Сәйфуллина.
Читайте нас