Районыбыҙҙа «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы уңышлы эшләп килә. Халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика Хөкүмәтенән ярҙам ала. 2014 йылдан эшләп килгән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы тап ошо йүнәлештә киң ҡолас алды. Ошо ваҡыт эсендә генә ауыл биләмәләрендә тиҫтәгә яҡын проекттар тормошҡа ашырылды - балалар уйын майҙансыҡтары сафҡа инде, социаль учреждениелар һәм юлдар төҙөкләндерелде, һыу менән тәьмин итеү системаһы, урамдарға заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылды һәм башҡа күп. Ҡалабыҙҙа ла ошо программа сиктәрендә саңғы-роллер трассһы төҙөлдө, ҡала пляжында ла халыҡҡа уңайлыҡтар булдырылды, Мәҙәниәт һәм ял паркында, Рудник ҡасабаһында заманса спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Эйе, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын файҙаланығандар һис тә яңылышмай, киреһенсә, ота ғына. Уның ауылды үҫтереүҙәге өлөшө баһалап бөткөһөҙ икәнлеген яҡшы аңлай халыҡ.
Ошо көндәрҙә Бурансы ҡасабаһында ошондай тағы ла универсаль спорт майҙансығы файҙаланыуға тапшырылды. Программа буйынса төҙөлгән өсөнсө майҙансыҡ был. Уны төҙөүҙә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының, “Дорзеленстрой” йәмғиәтенең, ҡала хакимиәтенең, халыҡтың да өлөшө ҙур. Балаларын майҙансыҡлы итергә теләүсе ата-әсәләр ҙә өмәләрҙә дәррәү ҡатнаша. Майҙансыҡ «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһы сиктәрендә фәҡәт уларҙың инициативаһы менән эшләнде.
Бындай спорт майҙансығында һәр төрлө һауа шарттарында ла шөғөлләнергә мөмкин: йомшаҡ синтетик япма температура үҙгәреүенән, дымдан ҡурҡмай, иң мөһиме, йәш спортсыларҙы йәрәхәт алыуҙан һаҡлаясаҡ. Бында волейбол, футбол, баскетбол, хоккей буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин.
Тантаналы сараға халыҡ күп йыйылды. Улар араһында йәш спортсыларҙың булыуы бигерәк һөйөнөслө ине - кикбоксинг буйынса Республика беренселеге еңеүсеһе һәм финалсыһы Вадим Дауытов һәм Назар Ғниәтуллин, Италияла үткән ил Беренселеге-2018 еңеүсеһе Урал Ғниәтуллин һәм башҡалар.
Майҙансыҡты асыу тантанаһында ҡала хакимиәте башлығы Ильяс Килмөхәмәтов был сараның ҡалабыҙ өсөн ҙур ваҡиға булыуын билдәләп үтте, майҙансыҡты төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән инициатив төркөм ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Иң мөһиме, майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, күркәм башланғыс ҡатнашлығында сафҡа тапшырылған объектты һаҡлаһындар, - тине Ильяс Хәбибулла улы.
Бурансы ҡасабаһында йәшәүселәр заманса майҙансыҡ асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Ата-әсәләр әйтеүенсә, спорт майҙансығы балаларҙың буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп ойошторорға, саф һауала үткәргән ваҡытты арттырырға булышлыҡ итә. Сөнки уҡыусыларҙың күбеһе дәрестәрҙән һуң компьютерға текәлеп ултыра, өйҙән һирәк сыға, ә был үҙ сиратында үҫеп килгән быуындың һаулығына кире йоғонто яһай.
-Һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола. Ҡайҙа, кем менән, нимә эшләп йөрөй? Арттарынан күҙәтеп өлгөрөп тә булмай. Хәҙер, был йәһәттән күңелебеҙ тынысланыр. Балаларыбыҙ ошондай спорт майҙансығы тураһында күптән хыяллана ине, - тине ҡыуаныстары менән уртаҡлашып ата-әсәләр.
Әйткәндәй, Бурансы ҡасабаһында “Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты сиктәрендә Муса Йәлил урамында тротуар һалына, аҡса федераль, республика һәм урындағы ҡаҙнанан бүленгән.
Ауыл ере булһынмы, ҡаламы балалар өсөн махсус уйын майҙансығы берҙәй кәрәк. Был майҙансыҡ заман талаптарына тулыһынса яуап бирә. Шуға күрә, өлкәндәргә балалары өсөн хафаланырға түгел. Тимәк, был төбәктә йәшәүсе балалар буш ваҡытын компьютерға текләп үткәрмәҫ, ә майҙансыҡта саф һауала уйнар, тигән өмөттәбеҙ.