Яйыҡ
+23 °С
Ясно
Новости
5 Ноября 2019, 07:13

Хатаһыҙ булһын ине бөтә яҙыуҙар!

Алтаҡталарҙағы хаталар заманыбыҙҙа көнүҙәк мәсьәлә. Хаталар берәй ҡасан бөтөрөлөрмө - юҡмы, билдәһеҙ... Шәхсән күҙәтеүемсә, ҡала-районыбыҙҙа бихисап хаталарға юлыҡтым. Мәҫәлән, Һәйтәк ауылындағы магазинды “Һәйтәк” тип түгел, ә ҙур итеп “Һейтек” тип яҙып ҡуйғандар. Ҡайһы бер магазин алтаҡталарында башҡортса варианты бөтөнләй яҙылмаған - “Дар”, “Планета”, “Мир одежды и обуви”, Галактика”, “Голд”, “Горняк”. Бәғзеләре тик эш тәртибен башҡортса яҙыу менән генә сикләнгән, ә атамалары, адрестары русса ҡалған. “Эш тәртибә”, “эш вакыты”, “ял көнһеҙ”, “тәнәфесһыҙ”, “тәнәфесһәҙ” һәм башҡа бындай хаталарҙы күреп, күңел әрней.

Ҡала урамдары буйлап үткәндә башҡортса хатаһыҙ яҙылған алтаҡталарҙы күреп, күңел ҡыуана. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хаталар аҙым һайын тиерлек осрай. Беренсенән, улар күңелде ҡырһа, телдең бәҫен төшөрһә, икенсенән ҡаланың йөҙөн күрһәтә. Хаталар аҙым һайын. Шәхси кибеттәр, сауҙа үҙәктәре ҡалала көндән-көн арта, улар менән бергә хаталар ҙа күбәйә. Хәреф хаталарын берәүҙәр етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала.
Элегерәк хакимиәттең алтаҡталарҙағы хаталарҙы тикшереү буйынса комиссия ултырышы уҙғарыла ине, һуңғы ваҡытта был эш туҡтап ҡалды микән? Терминология комиссияһының эшен йәнләндереп ебәргәндә, хаталар әҙерәк булыр ине, әлбиттә.
Шәхсән күҙәтеүемсә, ҡала-районыбыҙҙа бихисап хаталарға юлыҡтым. Мәҫәлән, Һәйтәк ауылындағы магазинды “Һәйтәк” тип түгел, ә ҙур итеп “Һейтек” тип яҙып ҡуйғандар. Ҡайһы бер магазин алтаҡталарында башҡортса варианты бөтөнләй яҙылмаған - “Дар”, “Планета”, “Мир одежды и обуви”, Галактика”, “Голд”, “Горняк”. Бәғзеләре тик эш тәртибен башҡортса яҙыу менән генә сикләнгән, ә атамалары, адрестары русса ҡалған. “Эш тәртибә”, “эш вакыты”, “ял көнһеҙ”, “тәнәфесһыҙ”, “тәнәфесһәҙ” һәм башҡа бындай хаталарҙы күреп, күңел әрней.
Рус теленән башҡортсаға тәржемәһе булған исемдәр мотлаҡ тәржемә ителеп яҙылырға тейеш. Ҡайһы бер эшҡыуарҙар рус теле менән генә сикләнмәй, инглиз телен дә ҡатнаштырып, “Сахар энд мука” тип яҙырға ла батырсылыҡтары еткән. Шулай уҡ “продукты” - “аҙыҡ-түлек”, “сахар” - “шәкәр”, “мука” - “он”, “масло” - “май”, “макаронные изделия” - “макарон изделиялары”, “мороженое” - “туңдырма”, “мебель” “йыһаз” тип тәржемә ителә.
Хөрмәтле эшҡыуарҙар! Алтаҡталар - һеҙҙең магазинығыҙ йөҙө! Матур, дөрөҫ итеп яҙылған алтаҡталы магазинға инеүе лә күңелле. Улар һоҡланыу уята. “Люкс”, “Де люкс”, “Ниагара”, “Лика”, “Фея”, “Экстрим”... Исемлекте дауам итһәң, ҡағыҙ бите лә сыҙамаҫ. Һүҙ ҙә юҡ, матур исемдәр. Әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торған сағыу хәрефтәр, саҡыу төҫтәр. Тик ят улар. Әллә ниндәй, телгә ятышһыҙ.
Йәйен Ураҙ амбулаторияһына юл төшкән ине, унда ла хаталар күҙгә салынып ҡалды. “Старшая медсестра” һүҙбәйләнешен “Өлкән шәфҡәт туташы” тип яҙыу дөрөҫ булыр, ә “Зубной врач” “Теш табип” түгел, “Теш табибы” була.
Хәтерегеҙҙә булһа, уҙған йыл Учалы үҙәк дауаханаһы хаталы алтаҡталары менән бөтә республика алдында оятҡа ҡалды. Яндекс-тәржемәсе аша тәржемә яһап, улар алтаҡталарҙы терминологик комиссиянан тикшертеп тә тормайынса, элеп ҡуйғандар ине. “Кабинет по выписке листов временной нетрудоспособности” тигән һөйләмде улар “Өлгәш буйынса кабинеты япраҡ ваҡытлыса нетрудоспособность”, “Зуботехническая лаборатория”ны “”лаборатория зуботехнический”, “Смотровой кабинет”ты “Яҡты кабинет”, “Кабинет лечебной физкультуры”ны “Дауалау кабинеттары физкультура”, “Процедурный кабинет по забору крови на инфекционные заболевания” тигән һөйләмде “Заборов буйынса процедурный кабинет был йоғошло ауырыу” тип тәржемә иткәндәр ине. Әҙәм көлкөһө бит! Алтаҡталарҙы шундуҡ алыуын алдылар, ләкин фотолар интернет селтәре буйлап таралып өлгөргән ине инде. Ошо кабинеттарҙа ултырыусылар, исмаһам, иғтибар итергә тейеш ине бит. Маңҡортлоҡ ошонда ярылып ята түгелме һуң, яҡташтар?
Яңыраҡ интернет селтәрендә бер иғланға юлыҡтым. “Эш хаҡы. Автослесаря имеют хороший доход. Он варьируется в пределах от 150 тиклем 1400 ай доллар. Барыһы ла эш урындары һәм төбәккә бәйле. Иң ҙур эш хаҡы ала, белгестәргә ҙур мегаполис. Карьера. Автослесарь һөнәрен оҫта эш итеү мөһим роль уйнай. Автослесарь булып эшләгән тәжрибәле юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң, барып стажер. Бер нисә ай стажировка оҫтаһы булыуы мөмкин. Оло кеше аҡылын техник проекттар һәм үҫеш перспективалары менән көтә склад карьер. Киләһе этап - вазифа автослесарь. Мөмкин булһа, техник хеҙмәтләндереү станцияһы, ваҡыт үтеү менән, цех начальнигы йәки. Белгестәре, үҙ камиллаштырыуға ынтылыу күнекмәләр эшләү мөмкин түгел, уларҙың ғүмер буйы бер нәмә лә тел һәм автослесарь”.
Хаталар Яндекстан икәне күренеп тора. Яндекс-тәржемәсенең башҡорт телен үҙ аллы өйрәнәүенә әле өс кенә йыл. Шул ваҡыт эсендә һүҙҙәрҙе ярайһы аңлай башланы, ә һөйләм төҙөй белмәй. Шуға күрә, уға ғына ышанып эш итергә ярамай.
Алтаҡталарҙағы хаталар заманыбыҙҙа көнүҙәк мәсьәлә. Хаталар берәй ҡасан бөтөрөлөрмө - юҡмы, билдәһеҙ...
Читайте нас