Яйыҡ
+17 °С
Ясно
Новости
5 Ноября 2019, 10:28

Ике балаһы менән һәләк булды

Бөгөн төндә Башҡортостанда янғында йәш әсәнең һәм уның ике бәләкәй балаһының ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә Башҡортостаным-яңылыҡтар.Фажиғә Үрге Тәтешле ауылында теркәлгән. Янғын башланыуы тураһында хәбәр таңғы дүрттә килгән. Урынға янғын һүндереүселәр, полицейскийҙар һәм табиптар ебәрелгән. 5 тула 14 минутта янғын тулыһынса һүндерелгән.

Бөгөн төндә Башҡортостанда янғында йәш әсәнең һәм уның ике бәләкәй балаһының ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр итә Башҡортостаным-яңылыҡтар.
Фажиғә Үрге Тәтешле ауылында теркәлгән. Янғын башланыуы тураһында хәбәр таңғы дүрттә килгән. Урынға янғын һүндереүселәр, полицейскийҙар һәм табиптар ебәрелгән. 5 тула 14 минутта янғын тулыһынса һүндерелгән.
29 йәшлек ҡатын һәм балалар - һигеҙ йәшлек Элина һәм ике йәшлек Данил утта янып һәләк булған. Өс ир дауаханаға оҙатылған. Тағы бер ҡыҙы – биш йәшлек Алиса иҫән ҡалған. Ғаилә башлығы ла иҫән.
Ғаилә имен тип һаналған. Элина мәктәптә уҡыған, ә кескәйҙәре баҡсаға йөрөгән. Атай кеше физкультура-һауыҡтырыу комплексында эшләй. Ә Дарья шәфҡәт туташы булған. Улар ҡуртымға алынған йортта йәшәгән. Күрше участкала яңы өй һала башлағандар...
Әле урында тәфтишселәр, янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.
Читайте нас