Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
6 Ноября 2019, 06:26

Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана

Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана. Ғаиләләргә аҡсаны ҡасан алырға мөмкин?

Башҡортостанда «Беренсе бала өсөн 300 мең һум ал» программаһы тамамлана. Ғаиләләргә аҡсаны ҡасан алырға мөмкин?
2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәүге сабыйы тыуған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған ғаиләләрҙең 300 мең һумлыҡ таныҡлыҡ алырға хоҡуғы бар ине. Был сертификат менән ипотека түләргә, фатир һатып алырға йәки өй һалырға мөмкин.
Теләгәндәр бик күп булғас, улар төркөмдәргә бүленде: 2018 йылдың 3 сентябренә тиклем һәм ошо датанан һуң сиратҡа баҫҡан ғаиләләр. Тәүгеләре сертификатты ноябрҙә үк алыуҙары мөмкин - бының өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә икенсе төркөмгә сертификаттар 2020 йылдың башында бирелә.
Сертификатты алған көндән башлап туғыҙ ай эсендә тотонорға ярай. Йорт йәки фатир Башҡортостанда булырға тейеш.
Республика хөкүмәте был программаға 764 миллион һум тотонорға ниәтләй.
Читайте нас