Республика онкология диспансерында үпкәне яһалма елләтеү аппараты эшләй башланы. Был ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынғайны. Яңы аппарат онкология диспансерына йылына 120 мең кешене тикшереү мөмкинлеген бирәсәк. Ул реанимация-анестезиология хеҙмәтенең һөҙөмтәле эше өсөн кәрәкле үтә мөһим функцияларға эйә. Атап әйткәндә, ҡорамалды пациенттың шәхси ихтыяждарына көйләргә була, кәрәкле режимды тын алыу циклының башынан аҙағынаса тоторға мөмкин. Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.