Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
15 Ноября 2019, 11:14

Иң ауыр хеҙмәт эйәләре

Учалы участка уполномоченныйҙары яҡшы иҫәптә һанала. Заһит Нарим улы тиҫтә йылдан ашыу намыҫлы эшләгән участковыйҙарҙың, полиция майорҙарының - Рәмил Хәмитовтың, Илшат Йосоповтың, Фәнис Низамовтың, Рөстәм Баҡыевтың эштәрен юғары баһаланы. Яңы хеҙмәт итә башлаған йәш егеттәргә - Денис Семенякоға, Таһир Яҡуповҡа, Йәмил Ғибәҙуллинға, Николай Климовичҡа, Айгиз Шаһивәлиевҡа өмөттәр бағлауын әйтте.

Участковый хеҙмәтенең тарихи тамыры 500 йылдан артыҡ тәрәнгә китә. Иван Грозный заманында - 1539 йылда уҡ «Приказ разбойный» - юлбаҫарлыҡ һәм талауҙарҙы тикшереү эштәре менән шөғөлләнә торған бе-ренсе махсус дәүләт органы барлыҡҡа килә.
1718 йылда Петр I Көнбайыш Европалағы кеүек итеп Санкт-Петербургта полиция ойоштора. «Полиция» үҙе грек һүҙе, ҡораллы отрядтары булған айырым административ орган. Уның бурысы тәр-тип һаҡлау, енәйәттәргә һәм енәйәтселәргә ҡаршы әүҙем көрәшеү була.
Участка инспекторы хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙә сираттағы баҫҡыс - Петр I тарафынан 1721 йылда билдә-ләнгән урамдарҙа һәм кварталдарҙағы тәртип өсөн яуаплы булған урам күҙәтеүсеһе һәм урядник вазифаларын керетеү була.
1918-1920 йылдарҙа улар урынына волость милицио-нерҙары вазифалары кере-телә. 2002 йылдың 17 ноябре башта «Милиция участка уп-олномоченныйҙары көнө», һуңыраҡ «Полиция участка уполномоченныйҙары көнө» булараҡ билдәләнә башлай.
Участковый, тәү сиратта, административ участканың «йөҙө». Үҙен нисек күрһәтә, биләмәһендәге халыҡ та уға шундай мөнәсәбәттә була. Участковый кешеләргә ваҡытында юридик, психологик, ҡайһы ваҡыт хатта физик ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейеш, тигән фекерҙә Учалы эске эштәр бүлегенең участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булма-ғандар эштәре буйынса бүлек начальнигы, полиция под-полковнигы Заһит Усманов.
Полицияның участка уполномоченныйҙарының эше иң ауыр хеҙмәт тип һанала. Уларҙы юҡҡа ғына «универ-саль» полицейҙар тип һана-майҙар - күршеләр һәм ғаи-ләләге бәхәстәр, иҫерек килеш һуғышыуҙар һәм талашыуҙар, административ хоҡуҡ боҙоуҙар, наркомания, алкоголизм, имен булмаған ғаиләләрҙәге йәш балалар хәлен белешеп тороу, притондарҙы асыҡлау. Ғөмүмән, итәғәтле, талапсан, иғтибарлы, көслө рухлы кеше генә участковый булып эшләргә тейештер ул тигән һығымтаға киләһең Заһит Нарим улының һөйләгәндәренән һуң.
Учалы участка уполномо-ченныйҙары яҡшы иҫәптә һанала. Заһит Нарим улы тиҫтә йылдан ашыу намыҫлы эшләгән участковыйҙарҙың, полиция майорҙарының - Рәмил Хәмитовтың, Илшат Йосоповтың, Фәнис Низамовтың, Рөстәм Баҡыевтың эштәрен юғары баһаланы. Яңы хеҙмәт итә башлаған йәш егеттәргә - Денис Семеняко-ға, Таһир Яҡуповҡа, Йәмил Ғибәҙуллинға, Николай Климовичҡа, Айгиз Шаһивәлиевҡа өмөттәр бағлауын әйтте.
Заһит Нарим улы үҙе хеҙмәт юлын 2003 йылда бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор булып башлай. Йыл ярым эшләгәндән һуң участковый, һуңынан енәйәттәрҙе эҙләү бүлексәһенә өлкән оперуполномоченный итеп күсерәләр.
Бында ул 2014 йылға тик-лем хеҙмәт итә. 2014-2016 йылдарҙа патруль-пост взводы бүлексәһе командиры. 2016 йылдан алып ул әлеге хеҙмәт-тә тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып бара. Ғаиләле, тормош иптәше менән бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Һөнәри байрамдары уңа-йынан Заһит Нарим улы бүлек хеҙмәткәрҙәренә һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡтары, законға һәм именлекте яҡ-лауға фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.
Читайте нас