Яйыҡ
+31 °С
Ясно
Новости
15 Ноября 2019, 11:24

Кредитһыҙ йәшәп буламы?

Халыҡтың «Инереңдән алда сығырыңды уйла», «Алмаҡтың һалмағы бар», «Бурыслы үлмәҫ» тигән аҡыллы һүҙҙәре бар. Халыҡ киләсәк иҫәбенә иртәгәһе көндән бурысҡа алып йә-шәргә өйрәнде. Американдарҙың кредитҡа йәшәү ғәҙәтен һуңғы йылдарҙа беҙ ҙә бик тиҙ үҙләштерҙек. Бөгөн килеп күбебеҙ: «Эх, ошо кредиттар булмаһа ине!» - тип ҡабатлай.

Бөгөн әйбер һатып алыу ҡыйын түгел. Йәшәгән урыныңда даими теркәлгән булһаң, арыу ғына эш хаҡы алһаң, ҡиммәтле көнкүреш техникаһын да, машинаһын да, тун-фәләнен дә, фатирын да һатып алырға мөмкин. Бының өсөн кредит ҡына юлларға кәрәк: «Хоум-Кредит», «ОТП Банк», «Русфинанс», «Русский стандарт», «Альфа-Банк»... Һанай китһәң, осо-ҡырыйы юҡ уларҙың. Ләкин таяҡтың осо икәү була. Халыҡтың «Инереңдән алда сығырыңды уйла», «Алмаҡтың һалмағы бар», «Бурыслы үлмәҫ» тигән аҡыллы һүҙҙәре бар. Халыҡ киләсәк иҫәбенә иртәгәһе көндән бурысҡа алып йә-шәргә өйрәнде. Американдарҙың кредитҡа йәшәү ғәҙәтен һуңғы йылдарҙа беҙ ҙә бик тиҙ үҙләштерҙек. Бөгөн килеп күбебеҙ: «Эх, ошо кредиттар булмаһа ине!» - тип ҡабатлай.
Банкынан төрлө кәрәк-яраҡҡа (потребительский), белем алыу өсөн (образовательный), фатир алыуға (ипотека), автомобиль алыуға (автокредит), эш хаҡы алғанға тиклем аҡса алып тороу (микрозайм йәки овердрафт) һәм төрлө-төрлө кредит карталары алырға була.
Кредиттарҙың була
төрлөһө
Бөгөнгө тормошта былар-ҙың барыһы ла кәрәк, ә күп-тәрҙең кеҫә яғы һайыраҡ. Шу-ға ла кеше оҙаҡ уйлап тормай, банкынан бурыс алыу өсөн документ юллай башлай. Бы-ның өсөн ни бары эш хаҡы ту-раһында 2-НДФЛ форматы-ндағы бер ҡағыҙ киҫәге, йәшәү урының тураһында белешмә һәм паспорт күсермәһе кәрәк.
Күберәк сумма алырға телә-һәң, әлбиттә, ҡағыҙҙарҙы ла күберәк йыйырға тура килә, өҫтәүенә, ҡайһы бер банкылар залог йә поручитель талап итә.
Алмаҡтың һалмағы
ла бар бит
Банк «ил»ендә бурыстарын түләмәүселәрҙе дүрт төркөм-гә бүләләр: сираттағы кредит-ты ваҡытында түләргә онотоу-сылар, финанс яҡтан пробле-малары килеп сығыусылар, яуапһыҙҙар һәм алдаҡсылар.
Әгәр кредитты ваҡытында түләүҙе бер ниндәй сәбәпһеҙ туҡтатһағыҙ, кредит биргән банк тәү сиратта кредит сумма-һын һәм кредит менән файҙа-ланған өсөн проценттарҙы бер юлы ҡайтарыуығыҙҙы талап итәсәк. Килешеүҙә яҙылған.
Түләй алмаһағыҙ, судҡа мө-рәжәғәт итергә мәжбүр була-саҡтар. Ә суд ҡарары буйынса уңышһыҙ кредиторҙар йыш осраҡта бурысты ҡаплау өсөн милкенән яҙа. Шуны ла иҫе-геҙҙән сығармағыҙ: магазиндан алған әйберҙәрҙе кире ҡай-тарып ҡына бурысты ҡаплап булмаясаҡ, сөнки банк клиен-тынан килешеү документында билдәләнгән проценттарҙы барыбер таптырасаҡ.
Кредит - күктән
ишелгән бәхет?
Быныһы бер булһа, һеҙҙең түләй алмауығыҙ арҡаһында, йәғни килешеүҙең юҡҡа сы-ғыуы сәбәпле килеп сыҡҡан суд сығымдары ла һеҙҙең кеҫә-геҙҙән сығып осасаҡ.
Асыҡланыуынса, банк күп осраҡта аҡсаны бюджет өл-кәһендә эшләүселәргә тарата икән. Ниндәй генә көрсөк бул-маһын, уларға һәр ваҡыт эш хаҡы түләнәсәк. Иң намыҫлы кленттар ҙа шулар - ашамаһа ашамаҫ, һуңғыһын килтереп бирер барыбер.
Шулай ҙа бер нимәгә ҡара-маҫтан кредит алырға ниәт-ләһәгеҙ, магазинға (банкыға) иртә менән килегеҙ - сөнки был ваҡытта кеше әҙ була һәм һеҙ килешеү хаҡындағы до-кументтар менән таныша ала-саҡһығыҙ. Килешеү ҡағыҙҙа-рындағы иң ваҡ шрифт менән яҙылған яҙыуҙарҙы айырыуса иғтибар менән уҡығыҙ.
Ғәҙәттә бурысҡа батыусы-ларҙың 80 проценты - 19-ҙан алып 35 йәшкә тиклемге йәш-тәр. Улар өсөн кредит - күктән ишелгән бәхет булып тойола.
Ғаилә бюджетын
нисек ҡорорға?
Финанс баҙары белгестәре түбәндәгеләрҙе кәңәш итә.
Эшегеҙ бар икән, уға йәбе-шеп ятығыҙ, төптән уйлама-йынса, китә күрмәгеҙ, сөнки тиҙ генә эш табыуығыҙ икеле, икенсе урынға күскән хәлдә, унда яҡшыраҡ буласаҡмы-юҡмы, билдәһеҙ. Ә кредит артыңдан ҡалмайынса барыбер эйәреп йөрөйәсәк.
Аҡсағыҙҙы нимәгә тотоноуығыҙҙы ныҡлап иҫәпләгеҙ, кәрәкмәгән сығымдарҙы мотлаҡ рәүештә кәметегеҙ.
Әгәр һеҙ элек иҡтисадсы-ларҙың айлыҡ килемегеҙҙең кәмендә ун процентын һаҡла-уға һала барығыҙ, тиеүен һан-ға һуҡмағанһығыҙ икән, әле быға ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ту-планып килгән мая, күҙаллан-маған хәл тыуып, шул сығым-дарға кәрәк булыуы ихтимал.
Белгестәр кредит алмаҫҡа кәңәш итә. Банкыға бурысы-ғыҙ бар икән, уны ҡаплау яғын ҡарағыҙ, ти улар. Ә инде ҙур мох-тажлыҡ сығып, кредит алырға ниәтләһәгеҙ, килешеүҙәге һәр бер һөйләмде ентекләп уҡығыҙ - банк проценттарҙы үҙгәртә алыуы тураһында шарт ҡуйы-уы бар. Ҡапҡанға эләкмәгеҙ.
Кредит йә ипотека - ул ғаи-лә өсөн, ундағы мөнәсәбәттәр ныҡлығына ҙур һынау. Ғаилә-ңә һыйынып, бер-береңде аң-лап, оло сабырлыҡ, тыныслыҡ менән үткәреп ебәрә торған осор. Аҡса осһоҙланып, байлыҡ-тарҙың хаҡы төшкәндә лә бәҫе китмәй торған мәңгелек ҡим-мәттәр бар - ғаилә, туғанлыҡ хистәренең ҡәҙерен беләйек!
Кредитһыҙ йәшәп буламы? Ошо һорауға яуапты гәзит уҡыусыларыбыҙ бирә.
Гүзәл, банк хеҙмәткәре:
- Кредиттар, әлбиттә, став-калары ярайһы ғына ҙур про-центлы булһа ла, теге йәки был әйберҙе, мәҫәлән, көнкүреш техникаһын, автомобиль, фа-тирҙы тулыһынса үҙенең аҡ-саһына алырға мөмкинлеге булмағандарға бик ҡулай. Тап ошо төрлө кредит программа-лары арҡаһында һәр өйҙә ти-ерлек компьютер, заманса техника. Берәүгә лә көсләп аҡса тәҡдим ителмәй, һәр ке-ше түләү мөмкинлегенән сы-ғып тейешле сумманы һорай. Кредитһыҙ йәшәп була. Тик хеҙмәт хаҡтары ғына быға ҡа-масаулай һәм етеш йәшәргә мөмкинлек бирмәй.
Асия, пенсионер:
- Кредитһыҙ йәшәргә мөм-киндер, сөнки элек йәшәнек бит. Совет заманын әйтәм. Ул саҡта беҙ йәш инек әле. За-манына күрә телевизоры ла, магнитофоны ла булды. Ни-сектер етеш тә йәшәгән кеүек булдыҡ. Бөгөн хәлдәр бөтөнләй икенсе. Банкынан аҡса алып, артығы менән түләү яҡшы тү-гел инде, тик кредит уңайлы ул барыбер. Бөгөн кредитһыҙ йә-шәргә мөмкин, әммә ҡыйын.
Айрат, хеҙмәткәр:
- Бар мөлкәтем бурысҡа алын-ған. Фатирым - ипотекаға, ма-шинам - автокредитҡа, ҡаты-ныма көнкүреш техникаһы, шулай уҡ, кредитҡа. Яйлап түләйбеҙ, Аллаһҡа шөкөр.
Лилиә, һатыусы:
- Ипотекаға фатир алдым. Бер генә ыңғай яғы - бәләкәй генә эш хаҡымды бер бүлмәле фатир алыр өсөн ашамай-эс-мәй, нисә йыл йыйыр инем икән? Ә былай яйлап түләй-һең. Әммә проценттары!
Читайте нас