Яйыҡ
+22 °С
Ясно
Новости
15 Ноября 2019, 05:45

Ҙур проект ҡаралды

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт сәләмәтлеге департаменты директоры урынбаҫары Кристина Сошкина етәкселегендә видеоселектор кәңәшмә уҙҙы. Унда республика медицина иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рифмир Хәсәнов, төбәк министрлығы бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Йәмәғәт сәләмәтлеге департаменты директоры урынбаҫары Кристина Сошкина етәкселегендә видеоселектор кәңәшмә уҙҙы. Унда республика медицина иҫкәртеү үҙәгенең баш табибы Рифмир Хәсәнов, төбәк министрлығы бүлектәре һәм медицина учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Сара “Демография” милли проектына ярашлы, граждандарҙы сәләмәт тормошҡа дәртләндереү системаһын формалаштырыу буйынса федераль проектты ғәмәлгә ашырыуға арналды. Проект бик ҙур, ул эсенә сәләмәт туҡланыу, насар ғәҙәттәрҙән арыныу, реабилитациялау йүнәлештәрен дә ала. Кристина Сошкина электрон бюджет системаһының төп нескәлектәрен дә аңлатты. Киләһе йылдың башында төбәк медицина үҙәктәренең эшен көйләүсе норматив акттарға үҙгәрештәр индереләсәген иҫкәртте. ”Демография” милли проектына ярашлы йәмәғәт сәләмәтлеге үҙәктәре төҙөү буйынса ҙур эштәр планлаштырыла. Сығанаҡ: "Башҡортостан".
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас