Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
16 Ноября 2019, 10:00

Субсидия аласаҡтар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, БР Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, БР Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә. Быйыл экспортҡа эшләгән компанияларға логистика сығымдарын ҡаплау буйынса 28 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шул иҫәптән Октябрьский ҡалаһынан “Инновации в бурение” йәмғиәте Әзербайжанға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мексикаға, Үзбәкстанға һәм Кубаға – нефть скважинаһын быраулау һәм ремонтлау әйберҙәрен, Белорет ҡалаһынан “Көньяҡ Урал Үлсәү Заводы” йәмғиәте Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға һәм Сербияға – төрлө төрҙәге үлсәү ҡорамалдарын, “Башлессервис” йәмғиәте Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Афғанстан илдәренә ылыҫлы ағастан төҙөлөш материалдарын һатыуға киткән сығымдарын ҡаплауға субсидия алыуға килешеү төҙөүгә өлгәшкән. Сығанаҡ: "Башҡортостан" .
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас