“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль һәм төбәк проекттарына ярашлы, 21 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының гала-концерты һәм художество эштәре күргәҙмәһе уҙғарыласаҡ. Сара республиканың 100 йыллығына арнала.Концертта “Таланттар гөлләмәһе” IV республика фестиваль-конкурсы еңеүселәре һәм балалар, йәштәр араһында үткәрелгән башҡа ижади сараларҙың еңеүселәре ҡатнашасаҡ.Сығанаҡ: "Башҡортостан".