Шул ваҡатта хужалар йәш килендәрҙе, ҡыҙҙарҙы, күршеләрен ҡаҙ өмәһенә саҡыралар. Өмәгә бигерәк тә етеҙ, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙар саҡырыла, сөнки ҡаҙ йолҡоу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә. Унда электән кешеләр бер-береһе менән яҡындан аралашҡан, күңел асҡан. Ҡаҙ йолҡоу еңелдән булмағанлыҡтан, өмәгә ауылдың уңғандары ғына саҡырылған. Ҡаҙ өмәһе - ҡош-то салып таҙартыу ғына түгел, матур итеп аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек тә ул. Ҡаҙҙы йә һыуҙа бешекләп, йә быуҙа тотоп, йә үтек менән эҫеләп йолҡалар. Шунан эсен таҙартып, көйәнтәгә парлап аҫып, ағым һыуҙа сайҡарға төшәләр. Кис иһә хужалар өмәселәрҙе ҡунаҡҡа саҡырған: табын түренә мул итеп ҡаҙ ите ҡуйылған.
Әүәлдән ҡош итен етегә бүлгәндәр. Иң тәүге өлөш ҡыҙ-ҙарға бирелә. Ҡанат итен биргәндә, «Ҡанатланып өйөңдән тиҙерәк осоп сыҡ!» - тип теләйҙәр. Ир балаларға бот-он һалалар: «Аҫыл затлы ир бул!» йәнәһе. Хужаға ҡаҙҙың башын тотторалар: «Башлы бул!» Шулай итеп, уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән өмә ашы үткәрелә.
Баҙарҙа иң баһалы иттәрҙең береһе - ҡаҙҙыҡы. Күптәр уны үҙенсәлекле тәме, туҡ-лыҡлылығы өсөн ярата. Был итте һурпаға өҫтәп ебәреү ҙә мәртәбә һанала. Ҡаҙ аҫрауҙың тағы бер яҡшы яғы - һуғым һуйғансы ашарға ит була, ти ололар. Туған-ырыуға, дуҫ-ишкә үҙең үҫтергән ҡош итен тотоп барыу ҙа күңелле.
Ҡаҙ ите А һәм С, айырыуса В төркөмө витаминдарына, микро һәм макроэлементтарға бай. Гел хәрәкәттә йөрөгәндәргә, йыш көсөргәнешкә дусар булғандарға бигерәк тә файҙалы ул. Ҡаҙ итенең организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу һәләте лә бар. Аҙ ҡанлылыҡтан, хәлһеҙлектән дауаланғанда ла был итте ашау һөҙөмтәле. Тик артыҡ майлы булыуы арҡаһында уны шәкәр диабеты, бауыр ауырыуҙарына дусарҙарға күп ҡулланыу тәҡдим ителмәй торған.
Ҡаҙҙың бар өлөшөн дә бәрәкәтле тотоналар. Эс-ҡа-рынынан аш бешерәләр йә-ки бәлеш һалалар. Таҙартыуы мәшәҡәтлерәк булһа ла, башы менән тәпәйен дә әрәм итмәйҙәр. Тәмле, тиҙәр.
Ҡаҙ итен күберәк ҡунаҡ өҫтәлдәренә сығаралар, манты-бәлеш бешергәндә ҡушып ебәрәләр. Ауыл урамдарын, болон-ҡырҙарҙы тултырып ҡаңғылдашып йөрөгән ҡаҙ-ҙарҙы, шундай өмәләрҙе күреү йәнгә рәхәтлек бирә. Ризыҡ өсөн генә түгел, күрше-күләнде, туғандарҙы берләштереү сараһы булыуы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яңыртыуы менән дә ҡәҙерлелер ул байрам.
Ҡаҙ өмәһенә бәйле ошондай һынамыштар бар: ҡошто татлы ҡуллы ир-егет салһа, ите йомшаҡ, тәмле була, тиҙәр. Ҡаты ҡуллы кеше салһа, йөнө ҡаты була, йолҡҡанда ашала, икән. Ҡаҙҙы йолҡҡанда иң тәүҙә уның ҡултыҡ аҫтындағы «харам ҡанаттарын» йолҡалар, йәш ҡыҙҙар шуларҙы биш бөртөк итеп ҡултыҡ аҫтына йәшерә лә «киләсәген юрарға» сығып китә. Иң тәүҙә осраған кеше ир-егет икән - тиҙҙән кейәүгә сыға, ҡатын-ҡыҙ тап килә икән - никах сәғәте һуҡмаған әле, көтөр кәрәк.
Әйткәндәй, ҡаҙҙы теләһә ниндәй бысаҡ менән һуймайҙар, бының өсөн айырым мал бысағы була, уның һабы бөтөп йөҙө башланған ерендә тимер балдаҡ кейҙерелгән. Ошондай билдәһе булмаһа, итен ашау харам, ти икән ололар.
Ҡаҙ майы беҙҙә генә түгел, донъяның башҡа илдәрендә лә бик баһалана икән. Файҙалы матдәләргә бай был ризыҡ, башҡа майҙарға ҡарағанда, еңелерәк үҙләштерелә, тип яҙыла төрлө сығанаҡтарҙа. Ул иммунитетты нығыта, тәнде йылыта, яраларҙың бөтәшеүенә булышлыҡ итә. Ҡаҙ ма-йын һалҡын тейгәндә, бронхит, туберкулез, пневмония, псориаз, экзема, тромбофлебит ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланғандар борон.
Тәнде бешергәндә лә, туңдырғанда ла ярҙамға килгән ул. Һалҡын тейгәндә дауа булараҡ файҙаланғандар. Майҙы иретеп күкрәккә, арҡаға (йөрәк тирәһенә теймәҫкә) һөртәләр ҙә йылы итеп уранып яталар. Ҡаҙ майы ҡышҡы селләлә бит-ҡулдарҙы өшөүҙән һаҡлай. Бының өсөн айырыуса һалҡын көндәрҙә тышҡа сыҡҡанда уны тәнгә ыуырға кәрәк. Биткә йә ҡулға һөртә торған ғәҙәти кремға ҡушырға ла мөмкин икән.
Бик файҙалы булһа ла, ҡаҙ майын холестерин юғары булғанда, артыҡ ауырлыҡ ме-нән яфаланғандарға, бауыр сирлеләргә ашау кәңәш ителмәй. Тәнгә һөртөү өсөн иһә сикләүҙәр юҡ.
Хужа-хужабикәләрҙең муллыҡ байрамдары гөрләп үтһен, ҡаҙҙары мул, һимеҙ булһын, имен-һау ашарға яҙһын!
- Ауылда ҡаҙ өмәләре башланды. Бөгөн генә берһендә булдым. Эштән дә бигерәк, көлөүҙән арыныҡ, шикелле.Эх, фотоаппаратымды алмағанмын, шундай кадрҙар юғалды. Ул таҡмаҡтар, ул йыр-ҙар яңғырап торҙо. Әйтерһең дә конкурс ойошторғандар. Ә ҡыҙҙарҙың был ваҡытта ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәй. Бер үк күҙҙәр генә теймәһен инде. Ә инде кискә күмәкләшеп ҡунаҡ булдыҡ. Эхх, ҡаҙ итенең тәмлелеге! Хужаларға инде икенсе йылғала шундай уҡ һимеҙлектәге ҡаҙҙар үҫтерергә яҙһын.
-Был аҙнала беҙҙең ауылда ла ҡаҙ өмәләре башланды. Халыҡтың байлығы, һый-хөрмәт билдәһе бит ул ҡаҙҙар. Беренсе көн күрше Тәслимә апайҙарҙа, икенсе көнө беҙҙә йыйылыштыҡ. Күмәк эшләһәң, тиҙ ҙә, күңелле лә шул. Ҡаҙҙарҙы тиҙ йолҡоп, йыуып эште тамамлап та ҡуйҙыҡ. Һигеҙ ҡатын-ҡыҙға эш сыҙаймы ни!? Өмәләр гөрләп уҙа икән, тимәк, ауылдарыбыҙҙың ҡото һәм йәме һаҡлана әле. Хәйерле сәғәттә!
- Көндәр йылы торһа ла, ашатырға күп китә тип беҙ ҙә һуйып алдыҡ ҡаҙҙарҙы. Тик беҙ улай өмә итеп эшләргә күнекмәгәнбеҙ. Тормош иптәшем, ҡыҙҙарым менән үҙебеҙ көн дә ике-өсәрен яйлап һуйып, йолҡабыҙ. Ҡыш көнө балалар менән рәхәтләнеп ашайбыҙ. Бер байрам да табынға ҡаҙ, өйрәк ите ҡуймай үтмәй.
- Ҡаҙ аҫрауҙың һуңғы йылдарҙа бер файҙаһын да күрмәйем. Ите тәмле лә ул, тик мәшәҡәте баштан ашҡан. Ха-ҡы ҡиммәт, ике ай буй һаҡсы кеүек һаҡлап ултырырға кәрәк, ашатырға еме лә осһоҙ түгел. Ҡаҙҙы һатып ҡына алам.