Яйыҡ
+27 °С
Ясно
Новости
19 Ноября 2019, 07:41

Башҡорт телен яратам!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте. 4 йүнәлештән торған ижади бәйге социаль селтәрҙәрҙә ойошторола. Шуларҙың береһе «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты “Башҡорт телен яратам” интернет-конкурсы иғлан итте.
4 йүнәлештән торған ижади бәйге социаль селтәрҙәрҙә ойошторола.
Шуларҙың береһе «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсы. Бында мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм 1-4 класс уҡыусылары ҡатнаша.
Башҡорт һәм башҡа халыҡ әкиәттәре буйынса сығыш әҙерләп, видеояҙмаһын ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк. Социаль селтәрҙәрҙә иһә #ҡоролтай #Башҡорттелекөнө хештегтары менән билдәләп һалыу талап ителә.
Видеороликтың оҙонлоғо 3-5 минуттан артырға тейеш түгел.
Жюри ағзалары видеороликтың эстетик биҙәлешен,телмәр байлығын, һөйләү оҫталығын иҫәпкә ала. Күмәк сығыштарға ла шундай уҡ талаптар. Видеороликтың оҙонлоғо -10 минутҡа тиклем. “Һаумы,һаумы, әкиәт” конкурсында ерле һөйләш, диалектҡа хас тел үҙенсәлектәрен дә ҡулланырға мөмкин. Материалдар 2019 йылдың 8 декабренә тиклем ҡабул ителә.
Тулыраҡ ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ төркөмөндә.
Читайте нас