Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
20 Ноября 2019, 05:30

Башҡортостан мөмкинлектәрен презентациялай

Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация Венала Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлеге буйынса комплекслы презентация уҙғарасаҡ.

19–21 ноябрҙә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендәге рәсми делегация, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә, Венала Башҡортостандың инвестиция һәм иҡтисади мөмкинлеге буйынса комплекслы презентация уҙғарасаҡ. Унда Андрей Назаров Австрия Республикаһының транспорт, инновациялар һәм технологиялар министры, һанлаштырыу һәм иҡтисад министры урынбаҫары, Сәнәғәтселәр берләшмәһе вице-президенты һ.б. менән осрашасаҡ. Төп презентациялау сараһы Австрияның Иҡтисад палатаһында үтәсәк. Форумда хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡаралған.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас